Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы мобиль телефондарҙы дәрестә ҡулланыуҙы тыйыу тураһындағы федераль закон әҙерләй.
Әле был проект беренсе уҡыуҙа ҡабул ителгән. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, республикала был мәсьәләне педагогтар ҙа, ата-әсәләр ҙә бер нисә тапҡыр күтәреп сыҡҡан, депутаттар ҙа ошо мәсьәләне республика кимәлендә хоҡуҡи яҡтан көйләү менән шөғөлләнгән.
“Смартфондарҙы дәрестә контролһеҙ файҙаланыу проблемаһы ысынлап та бар. Дәрестә балалар социаль селтәр өсөн контент ҡарарға түгел, ә уҡырға тейеш. Ҡайһы саҡ педагог дәрестә телефондарҙы үҙ өҫтәленә йыйып һалырға мәжбүр итә, әммә был мәсьәләне хәл итеү юлы түгел, ыҙғыштарға ғына юл аса. Беҙ мәктәптә телефон ҡулланыуҙы сикләү буйынса республика ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереүҙе лә планлаштырғайныҡ, ләкин, федераль закон ҡабул ителгәс тә, бының кәрәге ҡалмаясаҡ”, – ти Константин Толкачев.
Спикер билдәләүенсә, оҙаҡламай ошо федераль закон проекты төбәк парламенттарына ҡарауға ебәреләсәк һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарының уны яҡларына шик юҡ.
Фото: БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай.