Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы “Ветеринария тураһындағы” Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡараясаҡ.
“Башҡортостанда мал ерләү өсөн яңы зыяраттар булдырыу эше әҙем бара, шуға күрә биологик яҡтан хәүеф тыуҙырған иҫке мал ҡәберлектәре артабан юҡ ителәсәк, уларҙы 2030 йылдың 1 ғинуарына саҡлы ғына файҙаланырға рөхсәт ителә, – ти парламент Рәйесе Константин Толкачев. – Был закон проекты ҡуйған маҡсаттарҙың береһе – кеше һәм хайуандар өсөн уртаҡ булған ҡурҡыныслы сирҙәрҙең таралыуына юл ҡуймау. Мал ерләнгән урындар, ғәмәлдә, инфекция сығанағы булып тора”.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.