Бөтә яңылыҡтар

Арттырып иҫәпләгәндәр

Йорт хужаларына 79 945 һумлыҡ түләүҙе ҡайтарырға ҡушылған    

Арттырып иҫәпләгәндәр
Арттырып иҫәпләгәндәр

Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты кешеләргә 79 мең һумдан ашыу суммаға законһыҙ, йәғни арттырып иҫәпләнгән түләүҙәрҙе ҡайтарырға ярҙам итте.

Дәүләт комитетына Өфө ҡалаһының Интернациональ урамындағы 27-се йорт гражданынан “Тәьмин итеү” хеҙмәте буйынса тарифты законһыҙ арттырыу мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт килгән.

Мөрәжәғәтте ҡарау барышында дәүләт комитеты билдәләүенсә, 01.11.2023 йылдан башлап идара итеүсе ойошма тарафынан “Тәьмин итеү” хеҙмәте буйынса 27,90 һум кв/м күләмендә түләү күрһәтелә. Был осраҡта “Орджоникидзе” торлаҡ хужалығы берләшмәһенә мотлаҡ талаптарҙы боҙмаҫҡа тигән иҫкәртеү бирелгән.

Бөгөнгө көндә, иҫкәртеү алыусылар дәүләт комитетының талаптарын үтәгән һәм 2023 йылдың 1 ноябренән йорт хужаларына 79 945 һумлыҡ түләүҙе ҡайтанан иҫәпләп сығарған.

 

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас: