Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары "Башҡортостан Республикаһы Ғаилә Кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында" закон проектын һуңғы уҡыуҙа ҡарарға планлаштыра. Документта, атап әйткәндә, никахты өҙөү өсөн нигеҙҙәр исемлеген киңәйтеү тәҡдим ителә.
– Ир менән ҡатындың енесен үҙгәртеү тураһындағы гражданлыҡ хәле актын яҙыуға үҙгәрештәр индереү никахты тарҡатыу өсөн нигеҙ булып торасаҡ, – тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Илебеҙҙең дәүләт сәйәсәте традицион ғаиләне һаҡлауға йүнәлтелгән. Күреүебеҙсә, ғаилә ҡимәттәрен һаҡлау өсөн төплө аҡыл ғына етмәй. Көнбайыш йүнәлештәре беҙҙе законға асыҡтан-асыҡ әйберҙәр яҙырға мәжбүр итә. Никах – ул ир менән ҡатындан торған союз. Әгәр уларҙың береһе енесен үҙгәртһә, был пар ғаилә тип һаналмаясаҡ. Беҙ ошо норманы, был темаға төрлө спекуляциялар булмаһын өсөн, Башҡортостан Республикаһының Ғаилә Кодексына индерәбеҙ.
Шулай уҡ енесен үҙгәрткән кешеләр баланы уллыҡҡа алыусы, опекундар, попечителдәр була алмай. Закон проекты йәмғиәттең конституцион хоҡуҡтарын, әхлаҡи һәм ғаилә нигеҙҙәрен яҡлауға йүнәлтелгән.
Фото: Башинформ