Бөтә яңылыҡтар

Мәктәптәрҙә телефон тыйыласаҡ

"Дәрестә балалар социаль селтәрҙәр өсөн контент төшөрөргә түгел, ә уҡырға тейеш", – тине Константин Толкачев.

Мәктәптәрҙә телефон тыйыласаҡ
Мәктәптәрҙә телефон тыйыласаҡ

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сәнәғәт, инновация үҫеше, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитеты “Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында” законына индереләсәк мәктәптәрҙә кеҫә телефондары менән ҡулланыуҙы сикләүсе үҙгәрештәрҙе хупланы. Тейешле закон проектын март айында парламенттың пленар ултырышында беренсе уҡыуҙа ҡабул итеү планлаштырыла.

– Документҡа ярашлы дәрестәр ваҡытында кеҫә телефондарын ҡулланыуҙы тыйыу билдәләнә, – тип аңлатма бирҙе Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев. – Был норма федераль ҡануниәткә индерелде, ә яҡын арала мәғариф тураһында төбәк законында ла нығытыласаҡ. Ошо положениены әҙерләүҙә ҙур эш башҡарылды. Парламенттың эшсе төркөмө төрлө илдәрҙең һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренең тәжрибәһен өйрәнде, педагогтар һәм ата-әсәләр берләшмәһе менән консультациялар үткәрҙе. Үҙ тәҡдимдәребеҙҙе Дәүләт Думаһына ебәрҙек: беҙ әҙерләгән төҙәтмәләр федераль закондың һуңғы редакцияһында сағылдырылған. Һөҙөмтәлә беҙ ҡәтғи тыйыуҙарһыҙ төплө закон алдыҡ. Ул мәктәпкә телефон алып килеүҙе бөтөнләй тыймай, ә уны дәрестәрҙә генә ҡулланырға ярамауҙы аңлата. Шулай уҡ документта телефонды ҡулланыу кәрәк булған осраҡтар өсөн мөһим иҫкәрмә лә бар.

Закон проектына ярашлы, республиканың мәғариф тураһындағы законы “Уҡыусыларҙың бурыстары һәм яуаплылығы” тигән яңы 61-се статья менән тулыландырыла. Атап әйткәндә, уҡыусы “башланғыс дөйөм, төп дөйөм һәм урта дөйөм белем биреү программаларын үҙләштереү өсөн уҡыу дәрестәре үткәндә күсмә радиотелефон элемтәһе сараларын файҙаланмаҫҡа тейеш. Был уҡыусыларҙың, белем биреү эшмәкәрлеген алып барған ойошма хеҙмәткәрҙәренең ғүмеренә йәки һаулығына хәүеф янаған осраҡтарға, башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәргә ҡағылмай” тиелә.

– Дәрестәрҙә смартфондарҙы контролһеҙ ҡулланыу – ысынлап та бик киҫкен проблема, – тине Константин Толкачев. – Телефондар, уҡытыусы белем биреү процесында ҡулланған осрағынан тыш, бөтәһенә лә ҡамасаулай. Дәрестә балалар социаль селтәрҙәр өсөн контент төшөрөргә түгел, ә уҡырға тейеш. Ҡайһы берҙә уҡытыусылар дәрестәр ваҡытында телефондарҙы йыйырға мәжбүр булды, был үҙ сиратында конфликттарға килтерҙе. Закон мәктәптәргә сикләүҙәр индереү өсөн хоҡуҡи нигеҙҙәр биргән. Шуны билдәләп үтәм: беҙ ҡәтғи тыйыуҙар ҡуйылған илдәр юлын һайламаныҡ. Ҡытайҙа, мәҫәлән, юғары уҡыу йорттарында ла телефондар тыйылған. Англияла кеҫә телефондарын дәрестәрҙә ҡулланырға ғына түгел, хатта мәктәпкә лә алып килергә ярамай. Беҙ балаларҙың именлеге өсөн бәйләнештә ҡалыу мөһим тип иҫәпләйбеҙ. Ата-әсәләр баланың мәктәпкә барып еткәнен, уның менән барыһы ла яҡшымы-юҡмы икәнен белергә теләй. Баланың да кәрәк ваҡытта шылтыратыу мөмкинлеге булырға тейеш. Бынан тыш, медицина күрһәтмәләре лә бар. Мәҫәлән, глюкозаны өҙлөкһөҙ күҙәтеү системаһы смартфон менән бәйләнгән осраҡтар юҡ түгел. Был беренсе типтағы шәкәр диабеты менән ауырыған балалар өсөн мөһим. Тап ошондай осраҡтар өсөн  иҫкәрмәләр бар.

 

Автор фотоһы.

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: