Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда элекке ирҙәр өсөн алимент тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ”Башҡортостан Республикаһының Ғаилә кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы законды ҡабул итте

Башҡортостанда элекке ирҙәр өсөн алимент тураһында закон ҡабул ителде
Башҡортостанда элекке ирҙәр өсөн алимент тураһында закон ҡабул ителде

Документта, атап әйткәндә, ир менән ҡатындың һәм элекке ир менән ҡатындың алимент йөкләмәләре тураһында положениелар күрһәтелгән.

– Ҡатындың элекке ире уртаҡ баланы ул тыуғандан алып өс йыл дауамында тәрбиәләгән булһа, тимәк, суд тәртибендә алимент талап итә ала, – тип аңлатты Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай  Рәйесе Константин Толкачев. – Быға тиклем бындай хоҡуҡҡа тик ҡатын-ҡыҙ ғына эйә булды, өҫтәүенә ул уртаҡ баланы тәрбиәләгәне-тәрбиәләмәгәне иҫәпкә алынмай ине.  Яңы формулировка ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтарын тигеҙләй. Был дөрөҫ тә, сөнки ирҙәрҙең балаларҙы ҡарауҙы үҙ өҫтөнә алыу осраҡтары йышайған-йышая, улар декрет ялын рәсмиләштерә, ә ғаиләнең матди именлеген ҡатын-ҡыҙ тәьмин итә. Бындай ғаиләлә айырылышыу булһа, бала менән ҡалған ир социаль яҡтан көсһөҙ хәлдә ҡалыуы мөмкин, шуға ла элекке ҡатынының ярҙамына иҫәп тоторға хоҡуҡлы.

Суд тәртибендә алимент талап итеү хоҡуғына ҡағылышлы тағы бер нисә положениеға төҙәтмәләр индерелде.

– Элекке тормош иптәше йөклө булған ваҡытта алиментҡа иҫәп тота ала. Бындай хоҡуҡ ҡатын айырылышыуға тиклем ауырға ҡалған осраҡта барлыҡҡа килә тип законда асыҡлана, – тине Константин Толкачев. – Шулай уҡ  уртаҡ инвалид бала тәрбиәләгән мохтаж ир (элекке ир) алимент талап итә ала.

Закон Башҡортостан Республикаһы Башлығына ҡул ҡуйыуға йүнәлтелгән.

 

Фото: Валерий Шахов (Башинформ)

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: