Әммә хәлде тикшергәндән һуң, Юстиция министрлығынан, был техник хата булды, тип хәбәр иттеләр. Ҡыҙ балаға Кирилл тип исем биреү тураһында мәғлүмәт порталдағы хата арҡаһында барлыҡҡа килә.
Ысынында Кирилл исеме ир балаға ҡушылған. Яңы тыуған сабыйҙың енесен күрһәткәндә ЗАГС-тың мәғлүмәт-аналитика порталында яңылыш “ҡыҙ” тип яҙалар.
Социаль селтәрҙә Кирилл исемле ҡыҙ тураһында мәғлүмәт таралғас та, Дәүләт Думаһы депутаты Татьяна Буцкая: "Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү өлкәһендә ҡануниәтте камиллаштырыу мәсьәләһен хәл итеү кәрәклеге менән бәйле, ошо осраҡ буйынса тикшереү үткәреүҙе һорайым", – тип талап иткәйне.
Эйе, йәмәғәтселек, рухи-әхлаҡи күҙлектән сығып, был осраҡты артыҡ хафаланып, борсолоп ҡабул иткәйне. Кемдәргәлер халыҡ араһында ығы-зығы тыуҙырырҙан алда, бәлки, төп сығанаҡҡа мөрәжәғәт итеп хәлдең айышына төшөнөү кәрәк булғандыр.
Ни тиһәң дә, хәл асыҡланды һәм ошо көндәрҙә көнүҙәк яңылыҡ булып торған Кирилл исемле батыр егеткә бәхетле бала саҡ, бәхетле киләсәк теләп ҡалабыҙ!
Фото: Өфө һәм республика яңылыҡтары порталынан.