Бөтә яңылыҡтар

Стәрлетамаҡ ҡалаһына яңы етәксе тәғәйенләнде

Радий Хәбиров: "Хәҙер һеҙ - Башҡортостан Республикаһында иң йәш хакимиәт башлығы".

Стәрлетамаҡ ҡалаһына яңы етәксе тәғәйенләнде
Стәрлетамаҡ ҡалаһына яңы етәксе тәғәйенләнде

Бөгөн, 21 октябрҙә, Стәрлетамаҡ ҡала советы ултырышында депутаттар яңы хакимиәт башлығы кандидатураһын раҫланы. Ҡала хакимиәте башлығы вазифаһына элек беренсе урынбаҫар булып эшләгән 33 йәшлек Эмиль Шәймәрҙәнов тәғәйенләнде.

Стәрлетамаҡтың элекке етәксеһе Рөстәм Ғәзизов контракт ваҡыты тамамланыуға бәйле вазифаһынан китте. Ул 2021 йылдың ноябренән ошо көнгәсә ҡалаға етәкселек итте.

Ҡала советы ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ул Рөстәм Ғәзизовҡа башҡарған эштәре өсөн рәхмәт әйтте һәм уның тәжрибәһе республикаға кәрәклеген билдәләне.

– Хакимиәт башлығы вазифаһында башҡарған эшегеҙ өсөн рәхмәт. Был өс йыл эсендә һеҙҙең командағыҙ менән ҡаланың социаль-иҡтисади күрһәткестәрен яҡшырттығыҙ, төҙөкләндереү, инженер һәм социаль инфраструктураны үҫтереү өҫтөндә әүҙем эшләнегеҙ. Стәрлетамаҡ туристарҙың һөйөүен һәм танылыу яуланы. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн күп эштәр башҡарылды. Һеҙҙең тәжрибә бөгөн республикаға кәрәк. Стәрлетамаҡ өсөн башҡарған эштәрегеҙ уның үҫешенә ныҡлы нигеҙ һалды, тип ышанам, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Башҡарған эше өсөн республика Башлығы Рөстәм Ғәзизовҡа “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалын тапшырҙы.

Эмиль Шәймәрҙәнов Стәрлетамаҡта тыуған. 2013 йылда Башҡорт дәүләт университетында юриспруденция һөнәре буйынса диплом ала. 2016 йылда дәүләт муниципаль идаралығы һөнәре буйынса бакалавр дипломына эйә була. 2020 йылда Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы магистратураһында белемен арттыра.

Мәскәү хөкүмәтендә милек-ер мөнәсәбәттәре һәм транспорт төҙөлөшө бүлегенең төп белгесе сифатында хеҙмәт юлын башлай. Һуңынан Рәсәй Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында һәм Мәскәү ҡалаһының төҙөлөш департаментында төрлө вазифаларҙа эшләй. 2022 йылдың декабренән әлеге ваҡытҡа тиклем Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығының төҙөлөш мәсьәләләре буйынса урынбаҫары була. Өйләнгән, ҡыҙы бар.

– Мин һеҙҙе вазифаға тәғәйенләнеүегеҙ менән ҡотлайым. Ҙурлығы буйынса икенсе ҡала булған, республиканың һәм Рәсәйҙең эре сәнәғәт үҙәген етәкләү – ҙур абруй һәм яуаплылыҡ. Хәҙер һеҙ - Башҡортостан Республикаһында иң йәш хакимиәт башлығы. Һеҙҙең үҙ эшегеҙҙе белеүегеҙҙән һәм эш тәжрибәһенән сығып был ҡарарҙы ҡабул иттек. Йәш булыуығыҙға ҡарамаҫтан, төрлө вазифаларҙа эшләргә өлгөрҙөгөҙ. Тәжрибә һеҙҙең эшегеҙгә булышлыҡ итер тип ышанам, – тине Радий Хәбиров яңы ҡала башлығына.

Олег Яровиков фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: