Бөтә яңылыҡтар

Өфөлә Х дөйөм Рәсәй юридик форумының пленар ултырышы үтте

Юбилей сараһы Рәсәйҙә Юристар көнөн байрам итеүгә арнала.

Өфөлә Х дөйөм Рәсәй юридик форумының пленар ултырышы үтте
Өфөлә Х дөйөм Рәсәй юридик форумының пленар ултырышы үтте

Илдең алдынғы юристары ҡануниәткә тәҡдим ителгән үҙгәрештәрҙе тикшерҙе, урындағы үҙидара органдарының эш принциптарын ҡараны.

Урындағы үҙидара төбәктәрҙең тотороҡло үҫешен тәьмин итеүҙә төп роль уйнай. Әммә урындағы үҙидараның көнбайыш моделдәрен Рәсәй ысынбарлығына күсереү дисбаланс тыуҙыра, шуға система Рәсәйгә яраҡлаштырылырға тейеш, тип билдәләне республика хөкүмәте премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров. Бының өсөн вәкәләттәрҙе һөҙөмтәле бүлеү һәм муниципалитеттарҙың үҙ-үҙен тәьмин итеүҙе булдырыу мөһим.

X дөйөм Рәсәй юридик форумында ҡатнашыусыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың төп фекер алышыу предметы булып РФ Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитетында әҙерләнгән закон проекты тора.

– Һүҙ берҙәм йәмәғәт власы системаһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһындағы закон проекты хаҡында бара. Был закон проекты 2020 йылғы РФ Конституцияһына төҙәтмәләр индереүҙе үҫтереү маҡсатында әҙерләнгән. Әлеге ваҡытта закон проекты икенсе уҡыуҙа ҡабул итеүгә әҙерләнә. Уның бөтә концепцияһының лейтмотивы булып урындағы үҙидараны бер кимәлле ойоштороуға күсеү тора, – тип һөйләне Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Ирина Панькина.

Закон проектының авторы, Дәүләт Думаһының дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе Павел Крашенинников урындағы үҙидара органдары нисек формалашасағы, вәкәләттәр нисек бүленәсәге хаҡында һөйләне. Ул ғәмәлдәге йәмәғәт власы һәм урындағы үҙидара тураһындағы закондарҙың күп ҡапма-ҡаршылыҡтары барлығын һәм даими рәүештә һорауҙар тыуыуын, шуға бәйле күп төҙәтмәләр индереү кәрәклеген билдәләне.

Форум программаһында шулай уҡ Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе 2024 йылдағы эшенә йомғаҡ яһаясаҡ һәм эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен, атап әйткәндә, МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә хоҡуҡи ярҙам күрһәтеүҙе тикшерәсәк.

Тулыраҡ: https://resbash.ru/articles/obshchestvo/2024-12-04/v-ufe-proshlo-plenarnoe-zasedanie-h-obscherossiyskogo-yuridicheskogo-foruma-4037710

Фото: resbash.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: