Бөтә яңылыҡтар

Һәйбәт кинолар артырмы?

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай “Башҡортостан Республикаһында дәүләт кинематографияһына ярҙам тураһында”ғы БР Законына үҙгәреш индерергә булды. Ул кино төшөрөүселәргә нимә бирәсәк?

Һәйбәт кинолар артырмы?
Һәйбәт кинолар артырмы?

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай “Башҡортостан Республикаһында дәүләт кинематографияһына ярҙам тураһында”ғы БР Законына үҙгәреш индерергә булды. Ул кино төшөрөүселәргә нимә бирәсәк?

“Башҡортостан Республикаһында дәүләт кинематографияһына ярҙам тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 4-се статьяһына үҙгәреш индереү кинематографияға дәүләт ярҙамы даирәһен киңәйтәсәк, – ти парламент етәксеһе Константин Толкачев. – Был йүнәлештәрҙең береһе – беҙҙең халыҡ өсөн традицион булған рухи ҡиммәттәрҙе күрһәткән, тамашасыла әхлаҡ тәрбиәләү маҡсатын ҡуйған фильмдар төшөрөүселәргә ярҙам итеү”.

Закон проектына ярашлы, дәүләт ярҙамы йүнәлештәренә балалар һәм үҫмерҙәрҙе тәрбиәләүҙе, сәләмәт тормошто һәм социаль яҡтан файҙалы булыуҙы пропагандалаған кинофильмдар ҡулланыуға бәйле социаль функциялар ҡарай. Һуңғы осорҙа бындай фильмдар, белеүебеҙсә, үтә аҙ. Хәҙер ошондай маҡсаттар ҡуйған фильм төшөрөүселәргә ярҙам артасаҡ.

Фото: “Башинформ”.

Автор: Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас