Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда бушлай юридик ярҙам күрһәтеү мәсьәләлре тикшерелде

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы төбәктә һанлаштырыу сараларын файҙаланып бушлай юридик ярҙам күрһәтеү һәм уларҙы хәл итеү юлдары мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәл үткәрҙе.

Башҡортостанда бушлай юридик ярҙам күрһәтеү мәсьәләлре тикшерелде
Башҡортостанда бушлай юридик ярҙам күрһәтеү мәсьәләлре тикшерелде

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы төбәктә һанлаштырыу сараларын файҙаланып бушлай юридик ярҙам күрһәтеү һәм уларҙы хәл итеү юлдары мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәл үткәрҙе. Башҡортостан республикаһы Йәмәғәт палатаһының граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын яҡлау буйынса комиссияһы рәйесе урынбаҫары, адвокат Булат Сафин республика халҡына бушлай юридик ярҙам күрһәтеү буйынса һорау алыу йомғаҡтарын иғлан итте. Ул 6 майҙан 17 июнгә тиклем үткәрелгән. Унда республиканан 372 кеше ҡатнашҡан, уларҙың 30 проценты тиерлек – өфөләр.
Һорау алыуға ярашлы, ҡатнашыусыларҙың яртыһынан күберәге ил һәм республика биләмәһендә бушлай юридик ярҙам күрһәтеү системаһы барлығын белә. Һорау алыныусыларҙың 20 проценттан ашыуы был ярҙамды дәүләт власы органдарынан, урындағы үҙидаранан, дәүләт юридик бюроларынан, адвокаттарҙан, нотариустарҙан алған.
Һорау алыуҙың маҡсаты – Башҡортостан биләмәһендә бушлай юридик ярҙам күрһәткәндә килеп тыуған проблемаларҙы асыҡлау, уны күрһәтеүҙең һөҙөмтәлелеген арттырыу. Кешеләрҙең бушлай юридик ярҙам һорап мөрәжәғәт итмәүенең сәбәптәре араһында: 28 проценты ҡайҙа һәм кемгә мөрәжәғәт итергә белмәй, 15,6 проценты бушлай юридик ярҙамдың нимә икәнен һәм уны алырға хоҡуғы барлығын белмәй, 4,1 проценты был ярҙамды алыу өсөн күп документтар тапшырырға кәрәк тип иҫәпләй, был мөмкинлектән баш тартыу сәбәбе булып тора, 3,6 проценты ояла, 2,3 проценты бушлай юридик ярҙам күрһәтеү урынынан алыҫ йәшәй, 1,8% транспорт өсөн түләү өсөн етерлек аҡсаһы юҡ, 1,6 % кешегә был ярҙамды алырға ауырыуҙары сәбәпле, уны алған урынға үҙаллы барып етеүе ауыр, тип билдәләнгән.
Һорау алыуҙа ҡатнашҡандарҙың яртыһы кемгә, ниндәй мәсьәләләр буйынса бушлай юридик ярҙам күрһәтелеүе һәм бының өсөн ниндәй документтарҙы дәүләт хеҙмәттәре сайтында күрһәтергә кәрәклеге тураһында мәғлүмәт менән танышырға теләр ине, 20 проценттан ашыуы – баҫма киң мәғлүмәт саралары аша, 11 проценты – телевидение аша. Һорау алыуға ярашлы, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау (коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү йәһәтенән), шулай уҡ социаль ярҙам саралары күрһәтеү, аҙ тәьмин ителгән граждандарға дәүләт социаль ярҙамы күрһәтеү, торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидиялар биреү, инвалид, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау өлкәһендә ярҙам итеү бушлай юридик ярҙам алыу өсөн иң кәрәклеләр һаналды.
Булат Сафин билдәләүенсә, һорау алыу һөҙөмтәләре бушлай юридик ярҙамды үҫтереү һәм халыҡҡа уларҙың хоҡуҡтары һәм бурыстары тураһында мәғлүмәт биреү буйынса эште яҡшыртырға ярҙам итәсәк. Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының һорау алыу һәм тәҡдимдәр йомғаҡтары республиканың вәкәләтле дәүләт власы органдарына еткереләсәк.
Тулыраҡ: https://op.bashkortostan.ru/presscenter/news/732386/
Фото: Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәте.

 

Автор: Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас