Бөтә яңылыҡтар

Район һәм ауыл башлыҡтары депутаттар алдында отчет тотормо?

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының 25 сентябргә тәғәйенләнгән пленар ултырышында депутаттар республика параментының яңы вәкәләттәрен ҡараясаҡ.

– Парламент яңы вәкәләт ҡабул итергә йыйына – депутаттар ултырыштарға урындағы үҙидара органдары етәкселәрен саҡырырға һәм уларҙың эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәтте тыңларға йыйына, – ти Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.

Дәүләт идараһын камиллаштырыуға йүнәлтелгән был яңы ҡанун властың төрлө кимәлдәренең әүҙемерәк хеҙмәттәшлек итеүенә килтерәсәк, ти парламент спикеры.

Уны ҡабул иткән осраҡта депутаттар урындағы хәлдәр, социаль проблемаларҙың нисек хәл ителеүе тураһында туранан-тура мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.

Фото: БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай.

Автор: Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас