Бөтә яңылыҡтар

Парламент республика Башлығы Мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыу планын төҙөй

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы республика Башлығының Мөрәжәтнамәһенда әйтелгән бурыстарҙы үтәү буйынса план төҙөй башланы.

Парламент  республика Башлығы Мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыу планын төҙөй
Парламент республика Башлығы Мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыу планын төҙөй

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары  республика Башлығының Мөрәжәтнамәһенда әйтелгән бурыстарҙы үтәү буйынса план төҙөй башланы.

Парламент Рәйесе Константин Толкачев документты иғтибар менән өйрәнергә һәм һәр тәҡдимде иҫәпкә алырға саҡырҙы. Спикер әйтеүенсә, документта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә, ветерандарҙы йәмғиәткә интеграциялауға һәм зыян күргәндәрҙе  социаль яҡлауға айырыуса ҙур иғтибар бирелгән.

“Бурыстарҙың ҙур комплексы махсус хәрби операция маҡсаттарына өлгәшеүгә бәйле. Был технологик ҡеүәтте көсәйтеү һәм пилотһыҙ осоу аппараттарын арттырыу ғына түгел. Беҙҙең абсолют өҫтөнлөк – кешеләр тураһында хәстәрлек, МХО-ла ҡатнашыусыларҙы комплекслы социаль яҡлау, ветерандарҙы тыныс тормошҡа яраҡлаштырыу, яралы яугирҙәргә айырыуса ҙур ярҙам.  Был осраҡта фронтҡа ярҙамды республиканың тотороҡло үҫеше араһындағы тигеҙлекте һаҡлау талап ителә”, – тине Константин Толкачев.

Фото: БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай сайты.

Автор: Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас