Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы ер мөнәсәбәттәре тураһындағы ҡанунға үҙгәрештәр индерергә йыйына. Ул ер участкаһын бушлай алырға хоҡуҡлы кешеләргә был майҙансыҡты үҙаллы табыу һәм сиктәрен үҙаллы билдәләү, кадастр номерын билдәләү мөмкинлеген бирә. Тик был процесс йорттар төҙөлөшө документтарына һәм ерҙе, ҡоролмаларҙы файҙаланыу ҡағиҙәләренә тап килергә тейеш.
Ерҙең ауыл йәки ҡасаба эсендә һәм шәхси йорттар төҙөү өсөн билдәләнгән зонала булыуы мотлаҡ. Шунан һуң ташламалы хоҡуҡҡа эйә булғандар урындағы хакимиәткә алдан килешеү тураһындағы ғариза тапшыра. Ыңғай ҡарар ерҙе түләүһеҙ алыу өсөн нигеҙ була.
Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы хәбәр итеүенсә, быйылғы йыл башына түләүһеҙ ер алыу сиратында 16 098 граждан торған, шуларҙан 10 434-е – күп балалы ғаиләләр, 1 665-е – инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр, 626-һы – МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре.
Фото: социаль селтәрҙән.