Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты"Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһынд"ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 11-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы закон проектын хупланы. Был хаҡта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.
Закон проекты бәлиғ булмаған һәм социаль яҡлауға мохтаж граждандарҙың эшкә урынлашыу хоҡуғын тәьмин итә. Ошо маҡсатта был категория граждандарына айырым эш төрҙәрен резервҡа ҡуйырға һәм эшкә урынлашыу өсөн эш урындары һанын билдәләргә тәҡдим ителә.
Республика парламенты Рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, эшкә урынлашыу үҫмерҙәргә оло тормошҡа дөрөҫ аҙым яһарға ярҙам итәсәк. "Етемдәр, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән үҫмерҙәр, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияларҙа иҫәптә торған балалар – хәүеф төркөмөндә. Уларҙың ҡайһы берҙәре, законлы рәүештә аҡса эшләй алмайынса, "еңел" аҡсаға ылыҡтырыла һәм енәйәтселек менән бәйләнешкә инергә лә мөмкин. Гарантияланған эш урыны эш хаҡынан әһәмиәтлерәк", – тип билдәләне Толкачев.
Был закон үҫмерҙәрҙең социаль яҡланыуын көсәйтеү генә түгел, ә үҫмерҙәрҙең енәйәтселеген иҫкәртеү ҡоралы ла буласаҡ. Закон проекты парламенттың сираттағы пленар ултырышында депутаттарҙың тауыш биреүенә сығарыла.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.