Бөтә яңылыҡтар

Беҙҙең яугирҙәр ҡурай ҙа уйнаясаҡ

Окоп шәмдәренә ҡушып, үҙ ҡулдары менән эшләп футлярға ҡәҙерләп һалынған ҡурайҙары, күҙ нурҙарын түгеп бәйләгән ойоҡбаштары ил һағында йөрөүсе егеттәргә юлланасаҡ.

Беҙҙең яугирҙәр ҡурай ҙа уйнаясаҡ
Беҙҙең яугирҙәр ҡурай ҙа уйнаясаҡ

Махсус хәрби операцияның башланыуына ла өс ваҡыт уҙып бара. Ошо ваҡыт арауығында республикабыҙ халҡы бик күп изгелек эшләне. Яугирҙәребеҙгә ярҙам ниәте менән күп кенә ирекмәндәр ойошмалары барлыҡҡа килде һәм үҙ теләктәре менән әллә күпме изге ғәмәл башҡарырға ашҡынып торған ғаиләләр күбәйҙе.

Шундай зыялы, мәрхәмәтле ғаиләләрҙең береһе Баймаҡ ҡалаһында йәшәй. Әммә уларҙың икеһе лә сығыштары менән Йылайыр районынан.

Ғилман Ғәниев Килсенбай (Һыҙғы) ауылында уҡытыусы-фронтовик, ҡурайсы булып танылған Ғәйнулла Сәйетғәле улының ишле ғаиләһендә донъяға килә. Ауыл бөткәс, халыҡ эргә-тирәләге ауылдарға күсеп китеү сәбәпле, Ғәниевтәр ғаиләһе лә Һаҡтауҙа йәшәй башлай. Бала саҡтан тырыш, уҡыуға ынтылышы көслө булған ағай мәктәпте уңышлы тамамлағандан һуң Өфө нефть институтында белем ала.

Ғилман Ғәйнулла улының яратҡан шөғөлдәре бик күп, ҡурайҙа, гармунда ла оҫта уйнай ул. Хатта ҡурайҙы ла үҙ ҡулдары менән эшләп, йәштәргә, балаларға бүләк итергә тырыша. Нәҫел ептәрен, ҡартатай-ҡартәсәй мираҫын дауам итеп, киләсәк быуынға тапшыра. Ғаилә башлығы күптән инде дин юлында, сәләмәт тормош алып бара һәм халҡыбыҙға хас булған, борондан килгән ер быуына ятыу, үләндәр менән дауаланыу кеүек ысулдарға иғтибар бүлә, уларҙы ентекле өйрәнә.

Ир-егеттең юлдашы – тәүәккәллек, тиҙәрме әле... Ә бына Ғилман Ғәйнулла улының, шөкөр, һәр бер башланғысына, тәүәккәл итеүенә этәргес көс булып торған тормош иптәше Лилиә Фәйзулла ҡыҙы булыр. Улар Һаҡтау ауылында танышып ҡауыша.

– Хаҡлы ялға сыҡҡас, күберәк тәбиғәттә ял итергә, Һаҡмарға балыҡ ҡармаҡларға, урман ҡыҙырып еләк-емеш, бәшмәк йыйырға яратабыҙ, – ти Лилиә апай.

Һаҡтау ҡыҙы Лилиә Фәйзулла ҡыҙы - бик күп йылдар дауамында Баймаҡ район гәзитендә хеҙмәт юлын үткән матбуғат ветераны. Ижадҡа бәйле эшен яратып башҡарған ханым бөгөнгө көндә хаҡлы ялда. Бөхтәлеккә, таҙалыҡҡа ғашиҡ ихлас күңелле апай йүгереп йөрөп донъя көтә. Ике улға ғүмер бүләк иткән атай һәм әсәй булараҡ, Ғәниевтәр балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең матур киләсәге, илдең тыныслығы хаҡында уйланмайынса булдыра алмай.

Махсус хәрби операция зонаһында йөрөгән ир-егеттәргә ҡулдарынан килгән тиклем, ысын күңелдән ярҙам итә улар. Дөрөҫөрәге, бөтә республика менән, һәр район кешеһе хәлдән килгәнсе ярҙам ҡулы һуҙа. Ғәниевтәр ғаиләһе яугирҙәр өсөн күсмә мунса әҙерләнеүен ишеткәс тә, ҡайын миндектәре бәйләгән, шулай уҡ һабын, таҫтамал кеүек кәрәк-яраҡтар ҙа йыйған. Һалдаттарға йылы кейемдәр йыйыуға ла ихлас ҡушылған улар.

– Районыбыҙҙа булдырылған ирекмәндәр төркөмө заказ менән парафин алғандан һуң окоп һәм блиндаж шәмдәре эшләргә булдыҡ. Окоп шәме – ул ҡыр шарттарында йылылыҡ һәм яҡтылыҡ сығанағы булып тора. Был шәмдәр һигеҙ сәғәт дауамында янып торорға мөмкин, уның ярҙамында хатта ашарға ла әҙерләргә була бит. Алла бойорһа, яҡын арала районыбыҙҙан тағы гуманитар ярҙам оҙатыласаҡ, – тип һөйөнә дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индерергә күп көс һалған яҡташтарыбыҙ.

Шәмдәргә ҡушып, Ғилман Ғәйнулла улының үҙ ҡулдары менән эшләп футлярға ҡәҙерләп һалынған ҡурайҙары, Лилиә апайҙың күҙ нурҙарын түгеп бәйләгән ойоҡбаштары ла ил һағында йөрөүсе егеттәргә юлланасаҡ. Бына ошондай берҙәмлек һәм илһөйәрлек өлгөһөндә дәррәү генә күтәрелеп, барыбыҙ ҙа фронтҡа ярҙам итеп, ышаныслы тыл була икән, Еңеү, һис шикһеҙ, беҙҙең яҡта буласаҡ.

Ошондай ауыр ваҡыттарҙа ярҙам итергә әҙер булған  Ғәниевтәр кеүек ирекмәндәребеҙ тағы ла күберәк булһын ине. Ә Лилиә апай менән Ғилман ағайға беҙ һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм таҙалыҡ теләйбеҙ!

Фото ғаилә архивынан алынды.

Сығанаҡ: "Ауыл уттары"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: