Бөрө мәшғүллек үҙәгендә эшләп килгән ҡатын-ҡыҙҙар клубы ағзалары махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең әсәләре менән ҡатындарына матур сәйәхәт ойошторған. Улар менән бергә үҙәк белгестәре һәм “Ватанды һаҡлаусылар” фондының социаль координаторҙары ла сәфәр ҡылған. Был хаҡта Бөрө районы хакимиәте хәбәр итә.
Сәйәхәтселәр башта “Абҙаҡ” тау саңғыһы курортында булып, канат юлында йөрөгән, артабан зоопаркта һәм яғымлы хаски эттәре йәшәгән үҙәктә булған. Ҡатын-ҡыҙҙар, ҡаяларға күтәрелеп, тирә-яҡтың сихри гүзәллегенә һоҡланып торорға ла өлгөргән. Ҡыҙыҡлы сәфәр унда барыусыларға матур кисерештәр өҫтәп, күңел күтәренкелеге бүләк иткән.
“Беҙҙең көс – берҙәмлектә” тигән әйтем был ҡатмарлы заманда айырыуса көнүҙәк. Артабан да бергә булайыҡ, бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәйек” тигән кисерештәр менән ҡайта сәфәрҙәгеләр.
Фотолар: Бөрө район хакимиәтенең рәсми төркөмөнән.