Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
3 Февраль , 11:00

Сиҙерҙәр 100 банка быҡтырылған ит әҙерләгән

Егеттәр быйылғы һуғымданан ауыҙ итһен...

Сиҙерҙәр 100 банка быҡтырылған ит әҙерләгән
Сиҙерҙәр 100 банка быҡтырылған ит әҙерләгән

Билдәле булыуынса, быйылғы йыл Рәсәйҙә - Ватанды һаҡлаусылар, Башҡортостан Республикаһында Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы тип иғлан ителде.

Ошо уңайҙан Йылайыр районының Сиҙер ауылы уңғандары "Гәүһәркүл" ағинәйҙәр ойошмаһы тәҡдиме менән Махсус хәрби операциялағы ир-егеттәргә быйылғы һуғымдан 100 банка быҡтырылған ит әҙерләгән.

- Тыуған еребеҙҙең татлы ризығы, изге теләктәребеҙ, өй ризығы, өй йылыһы ир-егеттәребеҙҙең ризыҡтарына яҙһын, көс, ҡеүәт өҫтәһен. Еңеү менән ҡайтырбыҙ тигән ниәттәре тиҙ арала тормошҡа ашып үҙ аяҡтарында тыуған еребеҙгә, ғаиләләренә ҡайтырға насип булһын! Ауылыбыҙҙың уңған хужабикәләренә лә һау- сәләмәт булып, ауылыбыҙҙың ҡотон һаҡлап һәр саҡ бергә һәм берҙәм булып йәшәргә насип булһын! - тип бүлеште ағинәйҙәр ойошмаһы ағзаһы.

 

Мәғлүмәт һәм фото: Йылайыр "Ағинәй" ойошмаһы чатынан

Сиҙерҙәр 100 банка быҡтырылған ит әҙерләгән
Сиҙерҙәр 100 банка быҡтырылған ит әҙерләгән
Сиҙерҙәр 100 банка быҡтырылған ит әҙерләгән
Сиҙерҙәр 100 банка быҡтырылған ит әҙерләгән
Сиҙерҙәр 100 банка быҡтырылған ит әҙерләгән
Сиҙерҙәр 100 банка быҡтырылған ит әҙерләгән
Сиҙерҙәр 100 банка быҡтырылған ит әҙерләгән
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас: