Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
4 Февраль , 19:45

Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре менән осрашты

Бөгөн  Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булған  Ринат Сәйфетдинов, Рәсүл Һибәтуллин, Ғәҙел Иҫәнгилдин, Булат Буранғолов, Айса Сәлимов, Илмир Муралеевтың ғаиләләре менән осрашты.

Республика етәксеһе һәләк булған яугирҙәрҙең  ата-әсәләренең, ҡатындарының һәм балаларының тәрән ҡайғыһын уртаҡлашты һәм яугирҙәр хәрби бурыстарын үтәгәндә ҡаһарманлыҡ күрһәткәндәре өсөн  үлгәндән һуң наградланған генерал Шайморатов ордендарын тапшырҙы.

“Егеттәр ғүмерҙәрен Тыуған ил өсөн бирҙе. Уларҙың һәр береһе үҙ бурысын тулыһынса үтәне. Улар ысын геройҙар һәм беҙҙең бурыс – улар тураһындағы иҫтәлекте һаҡлау, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙ ысын ирҙәр, илһөйәрҙәр, Ватанды һаҡлаусылар тәрбиәләгәнһегеҙ. Улдарығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт”.

Республика етәксеһе Башҡортостандың кардиология үҙәгендә МХО-ла һәләк булғандарҙың ата-әсәләрен дауалау һәм реабилитациялау программаһы булдырылыуын иҫкә төшөрҙө.

Радий Хәбиров шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ата-әсәләренең үтенестәрен тормошҡа ашырыу буйынса күрһәтмәләр ҙә бирҙе.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: