Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
5 Февраль , 14:00

Үҙҙәре лә сәскә кеүек!

Улар үҙҙәренең өс балаһын тәрбиәләү менән бергә көслө ҡанаттары аҫтына тағы дүрт баланы тәрбиәгә алды.

Үҙҙәре лә сәскә кеүек!
Үҙҙәре лә сәскә кеүек!

Хеҙмәт һөйөүсәнлеге, миһырбанлығы  һәм изгелеге менән күптәргә өлгө булырлыҡ ғаиләләрҙең береһе Миәкә районында йәшәй. Зөһрә Ирек ҡыҙы  һәм Ғайсар Мәхмүт улы Шәриповтар - уңған эшҡыуарҙар ғына түгел, ә бына тигән хәстәрлекле ата-әсә лә. Улар үҙҙәренең өс балаһын тәрбиәләү менән бергә көслө ҡанаттары аҫтына тағы дүрт баланы тәрбиәгә алды.

Балалары яҡшы уҡый, хужалыҡта ярҙамсылдар. Шәриповтар сәскә үҫтереү менән шөғөлләнә, бизнестары райондағы байтаҡ социаль мәсьәләләрҙе хәл итергә булыша. Ауыр тормош хәленә юлыҡҡан кешеләргә, балалар йорттарына ярҙам ҡулы һуҙалар, район биләмәһен төҙөкләндереүгә лайыҡлы өлөш индерәләр.  

Махсус хәрби операция башланғас, яугирҙәр өсөн гуманитар йөк туплауҙа әүҙем ҡатнашалар, “Бөтәһе лә еңеү өсөн” тигән төркөм булдыралар. Йыйылған аҡсаға “Нива” автомобиле, квадрокоптерҙар, рациялар, генераторҙар алып, алғы һыҙыҡҡа оҙаталар. Бынан тыш, махсус хәрби операция  зонаһына ебәреү өсөн бер нисә машина утын әҙерләйҙәр.

Шәриповтарға оло фажиғә кисерергә тура килә, улдары махсус хәрби зонаһында батырҙарса һәләк була.Ҡаты ҡайғы кисерһәләр ҙә, яугирҙәргә ярҙам итеүҙәрен ташламайҙар. Әүҙем гражданлыҡ позицияһы  һәм тынғыһыҙ  хеҙмәте өсөн Зөһрә Ирек ҡыҙы “Масксети ЩИТ Уфа” ирекмәндәр хәрәкәте һәм “Башҡортостан”полкы командованиеһының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.

Татыу, берҙәм ғаиләнең өлгөһө башҡаларҙы ла изге эштәргә рухландырһын!

Фото: https://vk.com/mintrudrb

Үҙҙәре лә сәскә кеүек!
Үҙҙәре лә сәскә кеүек!
Үҙҙәре лә сәскә кеүек!
Үҙҙәре лә сәскә кеүек!
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: