Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
7 Февраль , 15:30

Ярҙам итеү – мөҡәддәс бурыстарҙың береһе

Был йәһәттән Ҡыйғы районы хакимиәте лә һынатмай

Ярҙам итеү – мөҡәддәс бурыстарҙың береһе
Ярҙам итеү – мөҡәддәс бурыстарҙың береһе

Башҡортостан етәкселеге махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын ярҙамдан өҙмәй. Радий Хәбировтың күркәм өлгөһөнә ябай халыҡтың ҡушылыуын күреү, әлбиттә, шатлыҡлы. Әйткәндәй, был йәһәттән Ҡыйғы районы хакимиәте лә һынатмай.

– Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүгә тос өлөш индерәбеҙ, – тип һөйләй Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Салауат Фәтҡуллин. – Ғөмүмән, ниндәй ҙә концерттар ойоштороу йәки һүҙҙәр һөйләү түгел был, ә ысын күңелдән ярҙам күрһәтеү һәм әле еңел булмаған ваҡытта берҙәм булыу. Һәр беребеҙ уға ниндәйҙер өлөлөшөн индерә ала. Маскировка селтәре үреү, окоп шәме яһау һәм башҡа эштәр шуға асыҡ миҫал.

Ысынлап та, ҡыйғыларҙың төрлө йүнәлештә ярҙамын һанап бөткөһөҙ, фронтҡа гуманитар ылау оҙатыуҙа ла алдынғылыҡты бирмәйҙәр.

Салауат Факил улы һөйләүенсә, ил һаҡсыларына матди йәһәттән ярҙам итеүҙән тыш, рухи яҡтан да ныҡлыҡ бирәләр. Беҙ бөтәбеҙ ҙә бер ҙур ғаилә, үҙ сиратында, алдыбыҙҙағы төрлө ҡыйынлыҡтарҙы еңел үтәбеҙ. Берҙәмлектә – көсөбөҙ!

Фото: Юлиә Фазлыәхмәтова.   

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: