Баймаҡ районының Һаҡмар ауылында йәшәгән Зәйнетдин олатай менән Зәйтүнә инәй махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә һаулыҡ һәм ғүмер һорап ҡорбан салған. Улар һарыҡ итен ирекмәндәр ойошмаһына тапшырып, алғы һыҙыҡҡа ебәреүҙәрен һораған.
Зәйнетдин олатай менән Зәйтүнә инәйҙең икеһенә лә 85 йәш, әммә яугирҙәргә даими ярҙам күрһәтәләр. Һаҡмар ауылында улар өлгөлө ғаилә булып иҫәпләнә, әүҙем тормош позицияһы тотоуҙары менән ауылдаштарына өлгө булып тора.
Бөгөн һәр ауылда яугирҙәргә бар яҡлап ярҙам күрһәтелә, гуманитар ылау туплана.
Фото: телеграм