Хәйбулла районының Федоровка ауылы халҡы «Айыҡ ауыл» республика конкурсының муниципаль этабында еңгән 100 мең һум аҡсаны яугирҙәребеҙ өсөн антидронлы юрғандар тегеү өсөн материалдар һатып алыуға йүнәлтте.
Ошо көндәрҙә ауыл клубында Федоровка ауылы халҡы йыйылды, уларға ярҙамға шулай уҡ Яңы Ергән ауылы халҡы ла ихлас ҡушылды. Һәр бер юрғанға күңеленең бер өлөшөн, Еңеүгә ышанысын һалып, ҡатын-ҡыҙҙар уны һөйөү һәм хәстәрлек менән текте
Һөҙөмтәлә бер көндә генә 10 одеял барлыҡҡа килде, уларҙың һәр береһе ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйған батырҙар өсөн яҡлау буласаҡ.
Был тик беренсе этап ҡына: материалдар күп, ауыл халҡы егеттәр өсөн юрғандар тегеүҙе дауам итәсәк, тип хәбәр итә Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, быйыл райондың данын "Айыҡ ауыл" республика конкурсында Федоровка ауылы яҡлаясаҡ. Уларға уңыштар теләйбеҙ!
Фото: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.