Барыһы ла Еңеү өсөн
15 Февраль 2025, 04:00

160 банка быҡтырылған ит, 17 килограмм ҡаҙы әҙерләгәндәр

Яугирҙәргә күстәнәс әҙерләү өсөн Иҙел Ситдиҡов бер йылҡыһын һуя. 

160 банка быҡтырылған ит, 17 килограмм ҡаҙы әҙерләгәндәр160 банка быҡтырылған ит, 17 килограмм ҡаҙы әҙерләгәндәр
160 банка быҡтырылған ит, 17 килограмм ҡаҙы әҙерләгәндәр

Баймаҡ халҡы махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәргә бар яҡлап ярҙам күрһәтеүен дауам итә. Ошо көндәрҙә Темәс ауылының уңған ҡатын-ҡыҙҙары бергәләшеп яугирҙәргә ебәреү өсөн 160 банка быҡтырылған ит, 17 килограмм ҡаҙы әҙерләй.

Ит менән ауылдың ысын патриоты Темәс урмансылығының участка урмансыһы Иҙел Раил улы Ситдиҡов ярҙам итә. Ул үҙенең бер йылҡыһын һуйып, яугирҙәргә быҡтырылған ит әҙерләү өсөн бирә, шулай уҡ ҡаҙылар ҙа тултырыла. 

Афарин, темәстәр! Күмәкләгән - яу ҡайтарған, ти халыҡ мәҡәле лә. Тиҙҙән барыһы ла оло Еңеү менән ҡайтыр, тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Фото: "Беҙ бергә!" ирекмәндәр төркөмөнән.

160 банка быҡтырылған ит, 17 килограмм ҡаҙы әҙерләгәндәр
160 банка быҡтырылған ит, 17 килограмм ҡаҙы әҙерләгәндәр
Автор:Карима Усманова
Читайте нас