Бөгөн, 21 февралдә, Өфөнән, Совет майҙанынан, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған сираттағы гуманитар конвой махсус хәрби операция зонаһына юлланды. Был юлы йәмәғәтселәр Луганск ҡалаһының госпиталенә төрлө кәрәк-яраҡтар, дарыуҙар, күстәнәстәр илтәсәк, шулай уҡ алғы һыҙыҡтағы яугирҙар өсөн маскировка селтәрҙәре, шәхси гигиена әйберҙәре, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәкле ғәмәлдәр алып бара.
Төркөм составында – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Юлдаш Йосопов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, шәхси эшҡыуар Айтуған Фәттәхов, "Бүреләр" төркөмө солисы Илшат Абдуллин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Аппараты хеҙмәткәрҙәре Альбина Сәйфуллина, Ләйсән Рабаданова.
Гуманитар конвойға Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылы әүҙемселәре лә ҡушылды, улар "Айыҡ ауыл"республика конкурсында ҡатнаша. Кәрәкле әйберҙәрҙән тыш, улар беҙҙең яугирҙарға күсмә мунса алып китте. Шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы командаһы менән бергә Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге тулы хоҡуҡлы вәкиле Әлфир Байымов Силәбе башҡорттарынан гуманитар ярҙам алып бара.
Билдәле булыуынса, 2025 йыл Башҡортостанда – Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы, ә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Ватанды һаҡлаусылар йылы тип иғлан ителде.
Ғинуарҙа ойошма Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған яңы гуманитар ярҙам йыйыу иғлан итте. Байрам алдынан гуманитар конвой махсус операция зонаһына һәм госпиталгә яугирҙарға юлланды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Рәсәй госпиталдәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн гуманитар ярҙам алып барыу ойошторола. Хәрбиҙәр өсөн гумконвойҙар битараф булмаған әүҙем граждандар, ойошмалар, шәхси эшҡыуарҙар ҡатнашлығында ойошторолдо. Яҡташтарыбыҙ маскировка селтәрҙәре, окоп шәмдәре эшләгән, йылы ойоҡбаш, бейәләйҙәр бәйләгән, хужалыҡ-көнкүреш кәрәк-яраҡтарын ебәргән, татлы күстәнәстәр әҙерләгән. Шулай уҡ баш ҡаланың Ф. Мостафина исемендәге 20-се, М.Кәрим исемендәге 158-се гимназиялары, 48-се башҡорт лицейы, Илеш һәм Салауат райондары мәктәптәре уҡыусыларына һалдаттарға яҙған хаттары өсөн айырым рәхмәт: уларҙа Башҡортостандан бик күп йылы сәләмдәр еткерелгән.
Фото: Юлай Кәримов.