

21 февралдә, Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан, Өфөнөң С.Х. Бикеев исемендәге 116-сы мәктәбендә “Иптәштәр” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы һәм “Берҙәм Рәсәй”ҙең Башҡортостандағы Йәш гвардияһы ойошторған “Геройҙарыбыҙҙың балалары” фестивале үтте. Сара Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында уҙҙы һәм 400-ҙән ашыу баланы-ҡатнашыусыларҙы, педагогтарҙы, ветерандарҙы һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәрен берләштерҙе.
Фестиваль сиктәрендә уҡыусылар маскировка селтәрҙәрен үрҙе, уларға теләктәр менән таҫмалар бәйләне, хаттар яҙҙы һәм хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн бүләктәр әҙерләне. Бигерәк тә бәләкәйҙәрҙең ҡатнашыуы ҡыуандыра: улар йомшаҡ уйынсыҡтар тегә һәм уларҙы яугирҙәргә тапшыра.
Сара программаһына инде:
“Фестиваль Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан үтте, был уға ҙур әһәмиәт бирҙе. Шуныһы мөһим, беҙҙең уҡыусылар яугирҙәрҙе ҡотлап ҡына ҡалмай, ә уларға ысынбарлыҡтағы эштәр – хаттар, бүләктәр, маскировка селтәрҙәре аша ярҙам күрһәтә. Бындай башланғыстар балаларҙа илебеҙҙе яҡлаусыларға ихтирам тәрбиәләй һәм баш өҫтөндәге тыныс күк йөҙөнөң ниндәй хаҡҡа эләгеүен аңларға ярҙам итә”, – тип белдерҙе “Геройҙарыбыҙҙың балалары” проекты етәксеһе Алена Думчева.
“Берҙәм Рәсәй”ҙең Өфө ҡалаһы буйынса Йәш гвардияһы бүлексәһе етәксеһе Максим Саметов: “Беҙ бындай сараларҙың берҙәмлек һәм хәстәрлектең ябай, әммә шундай әһәмиәтле өлгө-ишаралар аша нисек тапшырылыуына миҫал булып тороуын теләйбеҙ. Балалар, уҡытыусылар, йәмәғәт ойошмалары – барыһы ла беҙҙең яугирҙәргә йылылыҡ һәм хәстәрлек күрһәтеү өсөн йөрәк йылыларын һалды. Яҡынлашып килгән Ватанды һаҡлаусылар көнө менән", – тине.
Фото: Безмельницина Кристина.