Барыһы ла Еңеү өсөн
26 Февраль 2025, 08:30

"Яугирҙәребеҙҙе үҙ ҡосағыбыҙға алабыҙ"

Ауылдағы үҙәк урамдың оҙонлоғо 12 километрға тиң, әммә был саҡрымдар урындағы халыҡҡа берҙәм йәшәүгә кәртә түгел.

"Яугирҙәребеҙҙе үҙ ҡосағыбыҙға алабыҙ""Яугирҙәребеҙҙе үҙ ҡосағыбыҙға алабыҙ"
"Яугирҙәребеҙҙе үҙ ҡосағыбыҙға алабыҙ"

Ҡыйғы районына командировкаға барғанда уның иң оҙон урамлы ауылы Ләүйылғала булдыҡ. Үҙәк урамдың оҙонлоғо 12 километрға тиң, әммә был саҡрымдар урындағы халыҡҡа берҙәм йәшәүгә кәртә түгел – улар бер йоҙроҡҡа тупланып, махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәргә ярҙам итеү менән мәшғүл.

Ауылдың “Ҡосаҡ” (“Объятия”) ирекмәндәр штабы махсус операция башланғандың тәүге йылынан уҡ яугирҙәргә ярҙам итергә тотонған. Штаб ауыл мәҙәниәт йортонда урынлашҡан. Бында 15 пенсионер селтәр үрергә һәм блиндаж шәмен әҙерләргә эшкә йөрөгән кеүек даими килә.

– Штабтың исемен “Ҡосаҡ” тип алдыҡ, сөнки ҡосаҡта йылы һәм ҡурҡыныс түгел. Яугирҙәребеҙҙе лә үҙ ҡосағыбыҙға алабыҙ. 2022 йылдың көҙөндә маскировка селтәре үрә башланыҡ. Уның ҙурлығы 4х9 метр булды, төрлө туҡыманан эшләнек. Һуңынан кәрәкле киңлектәге ҡырҡылған таҫмаларҙан – спанбондтан үрҙек. Райондағы “Масксети.Щит.Киги” ирекмәндәр ойошмаһы маскировка селтәрен үреү өсөн материалдар бирә, – тип фекерен уртаҡлашты “Ҡосаҡ” ирекмәндәр төркөмө етәксеһе Любовь Федоровна Козлова.

Күптән түгел Ләүйылға халҡы ла селтәр үреү өсөн материал һатып алыуға аҡса йыйған. Улар алған селтәрҙәр бау менән бәйләнгән, йәғни ситтәре нығытылған. “Оҙонлоғо буйынса үҙебеҙ ҡырҡабыҙ. Бының өсөн төркөм ир-егеттәре ҡоролма уйлап тапты. Шунан һуң әҙер таҫмаларҙы электр шөрөп борғос, шулай уҡ ҡул менән дә төргәккә төрөп, уңайлы итеп бәйләйҙәр”, – ти ирекмәндәр.

Яҙын 657 окоп шәмен оҙатҡандар, де­кабрҙә гуманитар ярҙам менән тағы ла 500-ҙән ашыуын ебәргәндәр. Әле лә 200-ҙән ашыу шәмде әҙерләп ҡуйғандар. “Шәм өсөн парафинды яҙҙыртып алабыҙ, былтыр 150 килограмдан ашыу тотондоҡ. Банкаларҙы бөтә ерҙән дә йыябыҙ – кафеларҙан, ҡала халҡынан. Улар банкаларҙы минең баҡсаға элеп китә. Борсаҡ, ананас, ҡуйыртылған һөттән бушаған ҡалай банкалар кәрәк, шулай уҡ бер литрҙан артыҡ булмаған аҙыҡ-түлек банкалары ла талап ителә. Улар оҙаҡ яна һәм йылылыҡ бирә”, – ти Любовь Федоровна.

Әйткәндәй, шәмдәрҙе эшләгәндә шыршы һәм ҡарағай тубырсыҡтарын файҙаланалар. Уларҙы уҡыусылар йыйып биргән, шулай уҡ инвалидтар йортонда йәшәгәндәр ҙә ярҙам иткән.

Былтыр ноябрь-декабрҙә 14 маскировка селтәрен бәйләгәндәр. Уларҙың бишәүһе – “Ҡышҡы камуфляж”, ҡалғандары “Бысраҡ көҙ” селтәрҙәре, улар көньяҡ йүнәлеш өсөн, сөнки унда бысраҡ йә ҡарлы ямғыр. Һәр маскировка селтәренә ҡушып тәмле күстәнәстәр ҙә һалып ебәрәләр.

– Яугирҙәребеҙгә ярҙам итеүебеҙгә шатбыҙ. Бының менән беҙ еңеүгә ҙур өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ. Бындай ҡатмарлы ваҡытта ил өсөн берләшеү бик мөһим, беҙ уны бергәләп кенә яҡынайта алабыҙ. Дөрөҫ үрелгән маскировка селтәре хәрби техниканы, иң мөһиме, бер ниндәй ҙә аҡсаға алмаштырғыһыҙ кеше ғүмерҙәрен ҡотҡара ала. Һәр кем шәхси ваҡытынан аҙнаһына бер нисә сәғәт булһа ла бүлһә, уларҙы күп итеп эшләй аласаҡбыҙ. Был - дөйөм бәләнән ситтә ҡалырға теләмәгән һәр кемдең көсөнән килгән эш, – тине махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙең әсәһе Валентина Михайловна.

Ирекмән әсәнең улы һәм туғаны әле алғы һыҙыҡта илебеҙҙең именлеге өсөн көрәшә.

“Ҡосаҡ” ирекмәндәр төркөмө эшендә биш бала әсәһе, “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән Наталья Синко ла әүҙем ҡатнаша. Уның улы былтыр мартта махсус хәрби операцияға киткән, ҡатындың бер туған ҡустыһы ла алғы һыҙыҡта икән.

– Улымдың ғаиләһе, ике балаһы бар. Ҡустым Ватан һағына баҫҡас, уны тыя алманым. Беҙ егеттәребеҙгә ярҙам итергә тейешбеҙ. Үҙем социаль хеҙмәткәр булып эшләйем, мөмкинлек булғанда бында киләм. Бөтәһе лә яҡшы булһын тип көтәбеҙ инде, – тине Наталья Юрьевна.

Ауыл халҡы маскировка селтәрҙәрен бәйләү менән генә сикләнмәй, гуманитар ярҙам йыйыуҙа ла әүҙем ҡатнаша. Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, аҡса һалынған ҡумталар район үҙәгендә ойошторолған гуманитар ярҙам йыйыу пункттарына тапшырыла. Магазиндарҙа “Еңеү кәрзиндәре” тора, унда теләгән һәр кем яугирҙәр өсөн күстәнәстәр, ҡәһүә, ҡуйыртылған һөт, дымлы салфетка һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр, шулай уҡ аҡса ҡалдыра ала. Шулай уҡ автомобилдәрҙе ремонтлау өсөн запас час­тар, дрондар һатып алыуға аҡса йыялар.

“Ҡосаҡ” ирекмәндәре егеттәребеҙгә мәтрүшкә, ер еләге, гөлйемеш, балан һәм башҡа үләндәрҙән сәйҙәр әҙерләп ебәрә. Уларға “Тыуған ил еҫтәре” тип урындағы тауҙар исемдәрен дә яҙалар.

800-гә яҡын кеше йәшәгән Ләүйылға ауылынан өс тиҫтәнән ашыу ир-егет әле махсус хәрби операцияла ҡатнаша, юғалтыуҙар ҙа булған.

– Селтәр үргәндә йыш ҡына: “Ты плети, плети, рука, а я буду петь: чтоб укрыла, сберегла парня моя сеть...” – тип шиғыр уҡыйбыҙ. Был юлдар беҙҙең өсөн доға кеүек. Беҙҙең егеттәр күк йөҙө тыныс булһын өсөн көрәшә. Бер ни булмағандай йәшәргә ярамай! Шуға күрә битараф булмаған яҡташтарыбыҙға рәхмәт һәм улар алдында баш эйәбеҙ, – ти Ләүйылға ирекмәндәре.

Салауат ФӘТХУЛЛИН, Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы:

– Ләүйылға ауылының “Ҡосаҡ” ирек­мәндәр штабы махсус хәрби опера­цияның тәүге көндәренән алып беҙҙең яугирҙәргә арымай-талмай ярҙам итә. Улар финанс ярҙамы күрһәтә, окоп шәмдәре эшләй, маскировка селтәрҙәре бәйләй, үлән сәйҙәре әҙерләй һәм башҡа күп нәмәләр эшләй. Ошо көндәрҙә “Ҡосаҡ” ирекмәндәре ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугир менән осрашты һәм шәхсән уға селтәрҙәр, шәмдәр, шулай уҡ “Шүрәле” костюмдарын тапшырҙы. Ләүйылғалар яугирҙәргә уңыш, рух көсө һәм, әлбиттә, өйҙәренә иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләй.

Бөтә ирекмәндәргә фиҙакәрлек һәм ярҙам күрһәткәндәре өсөн ҙур рәхмә­тем­де белдерәм. Һеҙ мөһим эш башҡа­раһығыҙ. Ә беҙҙең яугирҙәргә ныҡлы һаулыҡ һәм тиҙ арала өйҙәренә ҡайтыу­ҙарын теләйбеҙ. Һәр көн һеҙҙе туған­да­рығыҙға һәм яҡындарығыҙға яҡынайтһын.

Рәмилә МУСИНА фотолары.

"Яугирҙәребеҙҙе үҙ ҡосағыбыҙға алабыҙ"
"Яугирҙәребеҙҙе үҙ ҡосағыбыҙға алабыҙ"
"Яугирҙәребеҙҙе үҙ ҡосағыбыҙға алабыҙ"
"Яугирҙәребеҙҙе үҙ ҡосағыбыҙға алабыҙ"
"Яугирҙәребеҙҙе үҙ ҡосағыбыҙға алабыҙ"
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас