Яугирҙәргә - ҡарабойҙай бутҡаһы

Баймаҡ районы Күгиҙел ауылының уңғандары МХО егеттәре өсөн изге эш башҡарған.

Яугирҙәргә -  ҡарабойҙай бутҡаһыЯугирҙәргә -  ҡарабойҙай бутҡаһы
Яугирҙәргә - ҡарабойҙай бутҡаһы

Баймаҡ районы Күгиҙел ауылының уңғандары МХО егеттәре өсөн изге эш башҡарған.Улар күңел йылыһын һалып, өй шарттарында әҙерләнгән туҡлыҡлы ризыҡтан ауыҙ итһендәр тип, яҡташ егеттәргә реторт пакеттарға итле ҡарабойҙай бутҡаһы бешергән.

"Реторт пакеттарға һалынған аш оҙаҡ һаҡлана, һауа шарттарына бирешмәй, компактлы, аҙ урын биләй һәм ташыуға быяла банкаларға ҡарағанда ҡулайлы, шуға тап ошо ысулға туҡтаны ла инде күгиҙелдәр",—ти ауыл китапханасыһы Әлиә Дауытбаева.

Афарин, күгиҙелдәр!

Фото һәм сығанаҡ: Әлиә Дауытбаева

Автор:Карима Усманова
Читайте нас