“Ватанды һаҡлаусылар” фонды инвалид ветерандарға йәшәү сифатын яҡшыртыу һәм көнкүреште уңайлыраҡ итеү өсөн торлаҡты яраҡлаштырырға ярҙам итә. Ошо маҡсатта торлаҡ биналарын тикшереү һәм яраҡлаштырыу буйынса әүҙем эш алып барыла. Әле 14 ветерандың йорттары төҙөкләндерелгән.
Мәҫәлән, Дәүләкәндә ветерандың торлағын уңайлы йәшәүгә яраҡлаштырғандар һәм унда “аҡыллы йорт” системаһын урынлаштырғандар. Ә икенсе ветеран торлағын комиссия тикшергән һәм уңайлы йәшәү өсөн ҡорамалдар ҡуйыласаҡ.
Ватанды һаҡлаусылар байрамы алдынан Филиалдың социаль координаторҙары муниципаль комиссия менән берлектә Федоровка һәм Стәрлебаш райондарында махсус хәрби операциянан ҡайтҡан ике инвалидтың торлаҡтарын тикшерҙе. Тиҙҙән улар уңайлы йәшәү өсөн аҡса аласаҡ.
“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды инвалидтың нозологияһына ҡарап, имгәнгән ветерандарҙың уңайлы йәшәү шарттарын булдырыу өсөн махсус адаптация саралары бирә. Бының өсөн социаль координаторға йәки туранан-тура “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Адресы: Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107.
Фото: https://t.me/zahitnikiotechictvarb/4847.