Бөтә яңылыҡтар
Барыһы ла Еңеү өсөн
6 Март 2025, 21:00

"Мин шул тиклем әсәй булырға яратам"

Ире эсәме, балаһы юлдан яҙып барамы – күптәр уны үҙенең генә мәсьәләһе тип уйлай...

"Мин шул тиклем әсәй булырға яратам"
"Мин шул тиклем әсәй булырға яратам"

8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан төркөмөбөҙҙә иғлан иткән “Донъя биҙәге” тигән конкурсыбыҙҙа Белорет районының Инйәр ауылындағы 2-се урта мәктәп директорының тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Асия Рим ҡыҙы Йосопова ҡатнаша.

Ул йәмле Йөйәк ауылында ғаиләлә төпсөк ҡыҙ булып тыуған. Тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләйҙәр.

Асия Рим ҡыҙы йәш быуында милли үҙаңды, йолаларҙы, телде һаҡлауҙа һәм тыуған атайсалға, Ватанға ҡарата һөйөү, ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә, эшен яратып башҡара. Шулай уҡ Инйәр ауылының йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша – ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе, ирекмән булып тора.

– Йәштәрҙҽң матур йәшәргә, балалар үҫтерергә тырышыуы, йәш ғаиләләрҙең үҙ-ара татыулығына һөйөнәм, – ти ул.

Шул уҡ ваҡытта Асия Йосопова йәмғиәтебеҙҙе борсоған мәсьәләләргә лә битараф түгел. “Йәш быуындың алҡымынан алған, әсәләрҙең, ҡатындарҙың йөрәген телгеләгән эскелек, наркомания кеүек бәлә-ҡаза, тулы ғаилә терәген һаҡлаусы ир-аттарҙың ғаиләһенән ситтә эшләүе, яҡындарыңды юғалтыу – шул бәләләрҙән һаҡлаһын Аллаһы Тәғәлә”, – ти изге күңелле ҡатын.

Асия Рим ҡыҙы белдереүенсә, уға игелекле кешеләр алға барырға көс-ҡеүәт өҫтәй, ә инде балалары илһам бирә.

– Мин шул тиклем әсәй булырға яратам. Башҡаса итеп әйтә алмайым хатта. Гүзәл заттарыбыҙ ҡатын-ҡыҙ бәхетендә, парлы – тулы тормошта, һөйөү наҙында йәшәһен, – ти ул.

 Ҡатын-ҡыҙҙар советы – үҙе бер көс, тип иҫәпләй ул.

– Һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа, ысынлап та, ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте ныҡ әүҙемләште. Бында бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы, ағинәйҙәр хәрәкәтенең роле ҙур. Иң мөһиме, беҙҙең хәрәкәт халыҡ менән эшләгәндә урындағы үҙидаралыҡтың төп таянысы булып тора.  Бәхетле йәки бәхетһеҙ булыуына ҡарамаҫтан, гүзәл заттар һәр ваҡыт кәңәшкә, аралашыуға, серләшеүгә, ҡайһы саҡта хатта кисектергеһеҙ ярҙамға мохтаж. Ниндәйҙер бер ауырлыҡ бар икән, мәҫәлән, ире эсәме, балаһы юлдан яҙып барамы – күптәр уны үҙенең генә мәсьәләһе тип уйлай, үҙенсә был хәлдән сығыу юлын эҙләй. Сетерекле мәсьәләләрҙе хәл итеү яйын тапмағанда инде ҡатын-ҡыҙ торған һайын үҙенә бикләнә бара һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәғзе берәүҙәр тормош ауырлыҡтарына ҡул һелтәп үҙе лә шешәгә үрелә, төшөнкөлөккә бирелә. Ошондай осраҡта уларға нисек ярҙам итеү, упҡынға төшмәҫ элек терәк булыу юлдарын табырға кәрәк. Ошо йүнәлештә  Ғаилә хеҙмәтенән Альбина Рәйес ҡыҙы менән тығыҙ бәйләнештә эш йүнәлештәрен алып барабыҙ.

Ауыл кешеһенең тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртеүгә өлөш индереү, йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙ ролен күтәреү, ауыл биләмәләрендә эште әүҙемләштереү, ғаиләләрҙе нығытыуға булышлыҡ итеү – төп бурыстар. Күп ауылдарҙа халыҡ үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап, йортонда бикләнеп ятмай, ә ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша. Мәҙәни саралар бындай ауылдарҙа гөрләп тора, кешеләр уларҙы үткәреү буйынса үҙ тәҡдимдәрен еткерә, матди ярҙам да күрһәтә. Был исемлеккә мин Уҫманғәле, Манышты, Көмбә, Ноҡат ауылдарын индерер инем. Ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте һәр ваҡыт мөһим ваҡиғаларҙың уртаһында. Беҙ генә эшләйбеҙ тип оран һалмай, әйҙәүсе һәм ойоштороусы булып торған ҡыҙҙарға рәхмәтлемен. Махсус хәрби операция башланғандың тәүге көндәренән алып гуманитар ярҙам йыйыу, оҙатыу эшендә әүҙемлек күрһәтеү беҙҙе тағы ла ойоштора, составты тулыландыра тип әйтә алам, – тине ул.

Ысынлап та, әлеге мәлдә Асия Рим ҡыҙының бер буш минуты ла юҡ, мәктәптә лә, ауыл биләмәһендә лә йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша, күп сараларҙы ойоштороуға тос өлөш индерә. Ҡатын-ҡыҙ – донъя тотҡаһы, тип юҡҡа әйтмәйҙәр шул.

Фото: Асия Йосопованың шәхси архивынан.

"Мин шул тиклем әсәй булырға яратам"
"Мин шул тиклем әсәй булырға яратам"
"Мин шул тиклем әсәй булырға яратам"
"Мин шул тиклем әсәй булырға яратам"
"Мин шул тиклем әсәй булырға яратам"
"Мин шул тиклем әсәй булырға яратам"
"Мин шул тиклем әсәй булырға яратам"
"Мин шул тиклем әсәй булырға яратам"
"Мин шул тиклем әсәй булырға яратам"
"Мин шул тиклем әсәй булырға яратам"
"Мин шул тиклем әсәй булырға яратам"
"Мин шул тиклем әсәй булырға яратам"
"Мин шул тиклем әсәй булырға яратам"
"Мин шул тиклем әсәй булырға яратам"
"Мин шул тиклем әсәй булырға яратам"
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас