Зөлфиәне яугирҙәр көтөп ала!

Ул булған ерҙә изгелек, матурлыҡ...

Зөлфиәне яугирҙәр көтөп ала!Зөлфиәне яугирҙәр көтөп ала!
Зөлфиәне яугирҙәр көтөп ала!

Электән “Һуғышта ҡатын-ҡыҙға урын юҡ” тигән хаҡиҡәт йәшәп килә ине. Ләкин илдә махсус хәрби операция башланғас, беҙҙең гүзәл заттар ҙа әүҙемләште. Табиптар, ирекмәндәр, хатта алғы һыҙыҡҡа барып хәрби бурыстар үтәгән контрактсы ҡыҙҙар ҙа күбәйҙе. Эйе, унда ҡатын-ҡыҙҙарҙы киң ҡолас йәйеп көтөп тормайҙар, тик ихлас ярҙам итергә теләгәндәргә баш тарта ла алмайҙар.

Тиҙ һәм матур

Һәр кем алғы һыҙыҡҡа барырға, оҙайлы контрактҡа ҡул ҡуйырға йөрьәт итмәй. Гүзәл заттың был донъялағы бурысы ла башҡасараҡ бит: бала үҫтерергә, ғаилә усағын һүндермәҫкә, иреңә терәк-таяныс булырға. Шуға күрә йәмғиәтебеҙҙә ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар күбәйҙе. Улар һуғыштың үҙенә лә барып инмәй, шул уҡ ваҡытта ҡулдарынан килгәнсә яугирҙәргә, фронтҡа ярҙам итә һәм ошонан әхлаҡи ҡәнәғәтлек ала. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө байрамы алдынан шундай сағыу, ихлас ханымдарҙың береһе менән таныштырмаҡсыбыҙ.

Зөлфиә Мостафина – эшҡыуар-парикмахер-ирекмән. Тәү ҡарамаҡҡа, алғы һыҙыҡта парикмахерҙан ни файҙа кеүек? Ә бына Зөлфиә ханым менән яҡынданыраҡ танышып, аралашҡас, уның ни тиклем мөһим һәм кәрәкле эш башҡарыуы аңлашыла.

Зөлфиә Рәмил ҡыҙы Өфөнән. Уның баш ҡаланың Инорс биҫтәһендә “Чито-Брито” тип аталған ике ирҙәр бөҙрәханаһы бар. Эшҡыуар ете кешегә хеҙмәт урыны биргән, коллективта йәш һәм тәжрибәле белгестәр эшләй. Ә дөйөм алғанда, сәс ҡырҡыу һөнәренә ул һуң ғына килә, ләкин быны бик уңышлы итеп башҡара.  

– Бөҙрәхана сәнғәтенә мин шунда уҡ килмәнем, тәүҙә юғары иҡтисади белем алып, бухгалтер булып эшләнем, унан һуң ете йыл автосалон менеджеры булып, сираттағы декрет ялына сығып киттем һәм оҙайлы ялдан икенсе кеше булып сыҡтым! Сөнки шул саҡта мин бала ҡарауҙан тыш, үҙемде, юлымды, булмышымды таптым. Ә һөнәргә килеүҙең сәбәбе ябай: мин ике малай әсәһе булғас, ай һайын уларҙың сәсен алып торорға кәрәк ине. Оҫталарға йөрөтөп арығас, был һөнәргә үҙем өйрәнергә ҡарар иттем. Һөҙөмтәлә, мәшғүллек үҙәге аша уҡып сыҡтым һәм яңы һөнәр үҙләштерҙем. Тик бының менән генә туҡтап ҡалманым, 2019 йылдың декабрендә Инорста тәүге ирҙәр бөҙрәханаһын астым һәм хеҙмәтләндереүебеҙ менән барыһы ла файҙалана аласаҡ, тип ҡарар иттем! Шулай итеп беҙҙең кредо барлыҡҡа килде –клиенттарҙың ваҡытын ҡәҙерләгәнгә күрә, тиҙ һәм матур итеп ҡырҡабыҙ. Тап ошоноң өсөн беҙҙе яраталар һәм ҡәҙерләйҙәр, – ти ул.

Ирҙән ҡасып, МХО-ға

Зөлфиә Рәмил ҡыҙы ябай эшҡыуар түгел. Ул үҙен ирекмән-парикмахер тип атай. Баҡһаң, ул ай һайын балалар приюттарына һәм балалар йорттарына барып малайҙарҙың сәсен бушлай ала икән. Тәрбиәселәр ҙә, бәләкәй клиенттар ҙа уны көтөп ала.

Зөлфиә Мостафинаның тағы бер хәйриә эшмәкәрлеге – махсус хәрби операция яугирҙәренә бәйле. Ул МХО башланған ғына саҡта, 2022 йылда алғы һыҙыҡҡа барып, яугирҙәрҙең сәсен ҡырҡып ҡайтҡан. Әйткәндәй, унда сығып китеү ҡатынға, ике бала әсәһенә еңел бирелмәй. Был турала ул түбәндәгеләрҙе һөйләне.

– Бер заман Өфө парикмахерҙарына ҡала властарынан тәҡдим килеп төштө: кемде кем махсус хәрби операция биләмәһенә барып, яугирҙәрҙең сәсен алғыһы килә? Тәүҙә ир-аттарҙы ғына эҙләйҙәр ине, тик улар араһында теләүселәр табылманы. Аҙаҡ ҡатын-ҡыҙҙар араһынан да эҙләй башланылар. Һөҙөмтәлә, Дим районынан бер ҡатын менән риза булдыҡ. Тик бына һиңә проблема – ирем ҡаршы төштө. Ул саҡта МХО-ның башланып торған сағы, ундағы хәлдәрҙе бер кем йүнләп белмәй. Нисек кенә әйтеп ҡараһам да, ебәрмәйем, ти ҙә ҡуя. Шунан мин уның ҡарарына күнгән кеше булдым да, юлға сығаһы көндә, уға әйтеп тә тормай таңғы биштә шым ғына йыйынып сыҡтым да киттем. Быны белеп ҡалғас, тәүҙә ныҡ ҡына үпкәләне, аҙаҡ мине барыбер аңланы һәм “иҫән-һау йөрө, беҙ һине көтәбеҙ”, тип ҡалды. Шулай ирҙең ризалағын алып, тыныс күңел менән барып еттем, – ти ул.

Ул саҡта ирекмәндәр Шайморатов батальонына барған булып сыға. Парикмахерҙар менән бергә табиптар, артистар, власть органдары, ашнаҡсылар һәм башҡалар була. Был сәфәр бик ихлас үтә, килгән ирекмәндәр һәм яугирҙәр араһында ныҡлы дуҫлыҡ ептәре барлыҡҡа килә.

– Егеттәр мине шул тиклем ихлас ҡабул итте. Алдан булған ҡурҡыу-шөбһәләрем бушҡа булып сыҡты. Тәү ҡарамаҡҡа, һуғыш барған ерҙә нимәгә матурлап сәс ҡырҡыу инде, ҡырып ташла ла, проблема ла юҡ. Тик барыһы ла башҡасараҡ килеп сыҡты, егеттәребеҙ ҙә үҙҙәрен ҡарап, матур йөрөгөһө килә икән. Шуға күрә мин ихлас күңелдән уларға ярҙам иттем, теләктәре буйынса һәр кемдең сәсен ҡырҡтыҡ, – тип хәтерләй ул.

Бына һиңә Зуля – Зөлфиә!

Бер юлы 210 яугирҙең сәсен ала ул. Арыу-талыу ҙа белмәй, ә иң мөһиме егеттәр менән ныҡлап дуҫлаша. Ул ҡайтҡас, хатта уға арнап бронетранспортҡа “Зуля” тип яҙып ҡуя яугирҙәр. Был фотоларҙы ул әле лә ҡәҙерләп һаҡлай.

Тәүге сәфәре Зөлфиә Мостафинала тәрән тәьҫораттар ҡалдыра. Ул шул көндән алып яугирҙәргә лә ярҙам итергә ҡарар итә. Беренсенән, үҙенең бөҙрәханаларында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм ветерандарҙы бушлай хеҙмәтләндерә башлайҙар. Икенсенән, ул гуманитар йөктәр йыйыу һәм уларҙы илтеп ҡуйыуҙа әүҙем ҡатнаша. Эшҡыуар булараҡ аҡсалата ярҙам итһә, ирекмән сифатында барып ҡайта, унда булған саҡтарында тиҙ генә машинкаһын сығарып яугирҙәрҙең сәсен киҫеп тә өлгөрә.

– Мин тиҙ-тиҙ һәм сифатлы итеп эшләргә өйрәнгәнмен. Саҡ ҡына бушыраҡ ваҡыт булһа, яугирҙәргә сәстәрен алырға тәҡдим итәм, улар ихлас ризалаша һәм ҡәнәғәт тороп ҡала. Был эшемдән үҙем лә ҙур ҡәнәғәтлек алам, сөнки минең тормоштағы тәғәйенләнешем– кешеләргә ярҙам күрһәтеү, донъяны изгерәк һәм матурыраҡ итеү! Был ғүмер изге эштәр башҡарыу өсөн бирелгән, – ти эшҡыуар.

ДХР һәм ЛХР-ҙа махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам иткәне өсөн уға Өфө ҡалаһы хакимиәте, Луганск Халыҡ Республикаһы, “Берҙәм Рәсәй” партияһынан Рәхмәт хаттары тапшырғандар. Шулай уҡ Зөлфиә Рәмил ҡыҙының “МХО-ға булышлыҡ иткән өсөн” миҙалы бар.

Яуаплы эшҡыуар төрлө төбәк һәм Бөтә Рәсәй конкурстарында әүҙем ҡатнаша. Ул 2023-2024 йылдарҙа “Ҡатын-ҡыҙ йыл директоры” конкурсының “Креативлыҡ” номинацияһында төбәк һәм Бөтә Рәсәй этаптары еңеүсеһе. Шулай уҡ былтыр Мәскәүҙә ошо уҡ конкурста еңеп, миҙал яулаған.

Зөлфиә Мостафина менән уның бөҙрәхәналарының береһендә осраштыҡ. Шуныһы ғәжәпләндерҙе – ул тулыһынса махсус хәрби операция яугирҙәре һәм Шаймаротов батальоны егеттәренә арналған. Таҙа һәм уңайлы залдың түрендә, стенала ҙур итеп генерал Миңлеғәле Шайморатовтың портреты төшөрөлгән. Бөтә стеналарҙа яугирҙәр менән төшкән фотолар, улар биргән иҫтәлекле әйберҙәр, оҫта эшҡыуарҙың маҡтау ҡағыҙҙары һәм миҙалдары ҡуйылған. Бөҙрәхана эшселәре әйтеүенсә, бында бер килгән кеше мотлаҡ рәүештә кире килә, ә яҡын-тирәләрендә йәшәгән яугирҙәрҙе улар танып бөткән һәм элекке дуҫтары кеүек ҡаршы ала.

Һуғышта ҡатын-ҡыҙға урын юҡ... Тик унда барып эләккән гүзәл заттар арттарынан матурлыҡ, изгелек, яҡты хәтирәләр ҡалдыра!

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас