Федоровкалар Ырымбурҙағы хәрби госпиталгә барған

Улар хәрби госпиталдә дауаланған ир-егеттәргә гуманитар ярҙам партияһы тапшыра, шулай уҡ «Геройҙарға дан» концерт программаһы менән сығыш яһай.

Федоровкалар Ырымбурҙағы хәрби госпиталгә барғанФедоровкалар Ырымбурҙағы хәрби госпиталгә барған
Федоровкалар Ырымбурҙағы хәрби госпиталгә барған

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Хәйбулла районының Федоровка ауылы республикала үткән "Айыҡ ауыл" конкурсы ҡатнаша. Сара сиктәрендә, ошо көндәрҙә ауыл халҡы күршеләренә- Ырымбур ҡалаһындағы хәрби госпиталдә дауаланған яугирҙәр янына барып ҡайтҡан.

Ырымбур хәрби госпиталенә  Федоровка клубы һәм район мәҙәниәт йортоноң ижади коллективтары, Ырымбур өлкәһенең Уртазым ауылынан «Криница» ансамбле, йырсы Вера Горшенина, «Бергә - Еңеүгә» ирекмәндәр төркөмө (Федоровка ауылы), «Беҙ бергә - көс» хәйриә фонды етәксеһе Светлана Луценко барған.

Улар госпиталдә дауаланған ир-егеттәргә гуманитар ярҙам партияһы тапшыра, шулай уҡ «Геройҙарға дан» концерт программаһы менән сығыш яһай. Сара Ырымбур өлкәһе вице-губернаторы Дмитрий Владимирович Кулагин, Ырымбур өлкәһе хәрби комиссары, полковник Дмитрий Александрович Килеев, Барый хәҙрәт Ғизәтуллин (мосолман руханиҙары вәкиле), Ырымбур хәрби госпитале начальнигы, медицина хеҙмәте майоры Андрей Викторович Нойкиндың һәм отец Максимдың (Православие сиркәүе вәкиле) сәләмләү һүҙҙәренән башланған. Федоровка ауыл биләмәһе башлығы Наталья Семеновна Лебедева яугирҙарға сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итә, уларға оло рәхмәт белдерә, ныҡлы һаулыҡ һәм тиҙерәк һауығыуҙарын теләй. Шулай уҡ уларға мәктәп уҡыусылары әҙерләгән бүләктәр һәм хаттар тапшырыла. 

Хәйбулллаларҙың сығыштарын яугирҙәр көслө алҡыштарға күмгән, гуманитар ярҙамдары өсөн рәхмәт белдергән һәм Федоровка ауылы халҡына мәртәбәле конкурста еңеп сығасаҡтарын теләгән.

Еңеү - беҙҙең яҡта буласаҡ, тигән яугирҙәр!

Сығанаҡ: "Хәйбулла хәбәрҙәре"

Федоровкалар Ырымбурҙағы хәрби госпиталгә барған
Федоровкалар Ырымбурҙағы хәрби госпиталгә барған
Федоровкалар Ырымбурҙағы хәрби госпиталгә барған
Федоровкалар Ырымбурҙағы хәрби госпиталгә барған
Федоровкалар Ырымбурҙағы хәрби госпиталгә барған
Автор:Карима Усманова
Читайте нас