Беҙҙең ярҙам моделен илдә өйрәнәләр!

Башҡортостан МХО-ға булышлыҡ итеүгә йәлеп ителгән төбәктәр рейтингында тәүге өсәү иҫәбенә инде.

Беҙҙең ярҙам моделен илдә өйрәнәләр!Беҙҙең ярҙам моделен илдә өйрәнәләр!
Беҙҙең ярҙам моделен илдә өйрәнәләр!

Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә үткән матбуғат конференцияһында Сәйәси мәғлүмәт үҙәгенең “Рәсәй Федерацияһы субъекттарының махсус хәрби операция көн тәртибенә йәлеп ителеү кимәле” доклады тәҡдим ителде. Унда асыҡ мәғлүмәттәр нигеҙендә эксперттар төбәктәрҙең махсус хәрби операцияны тәьмин итеүҙә ҡатнашыу үҙенсәлектәрен билдәләне, урындарҙа сараларҙы ойоштороу сифатын анализланы, төбәк башлыҡтарының ошо процеста ҡатнашыуын, МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларын һәм башҡа бик күп шарттарҙы билдәләне.

Башҡортостан - илдә өсөнсө урында! 

Доклад сиктәрендә махсус хәрби операцияның көн тәртибенә йәлеп итеү буйынса Рәсәйҙең иң әүҙем субъекттары рейтингы төҙөлдө. Унда – Рәсәйҙең 15 төбәге. Рейтингта тәүге өс лидер иҫәбендә – Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе, Башҡортостан.

Доклад авторҙары Башҡортостан етәкселегенең махсус хәрби операцияны тәьмин итеү ихтыяждарына мөмкин тиклем тиҙерәк һәм тәрәнерәк йәлеп ителеүе, төбәк һәм ил сиктәрендә милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡҡа булышлыҡ итеүгә ышаныслы өлөштө билдәләй. Республиканың башҡа айырыусы өҫтөнлөктәре араһында – халыҡ, МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары менән күләмле патриотик һәм аңлатыу эше, МХО-ға, шул иҫәптән республикала тыуып үҫкән һәм конфликт зонаһында йәшәгән халыҡҡа ярҙам күрһәтеү буйынса үҙҙәренең гуманитар инфраструктураһы. Башҡортостан башҡа төбәктәрҙән шулай уҡ доброволецтар формированиелары күп булыуы һәм хәрби хеҙмәткәрҙәргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеү селтәре менән айырылып тора.

Сәйәси мәғлүмәт үҙәгенең генераль директоры Алексей Мухин билдәләүенсә, бөтә төбәктәр ҙә һынауҙарға дөрөҫ яуап бирҙе, күпселек субъекттар был йүнәлештә һөҙөмтәле менеджмент системаһын булдыра алды. Уның һүҙҙәренсә, был күп осраҡта төбәк башлыҡтарының шәхси йәлеп итеүсәнлегенән торҙо. Эксперт ярҙамдың һөҙөмтәлелеге миҫалы итеп Башҡортостанды билдәләне.

“Мин Башҡортостан моделен өйрәндем. Унда мобилизацияланғандарҙы һәм контракт буйынса хеҙмәт итеүселәрҙе гуманитар ярҙам менән тәьмин итеү инфраструктураһы булдырылған. Республика Луганск Халыҡ Республикаһында фронттың бөтә йүнәлеше буйынса Башҡортостан яугирҙәрен гуманитар тәьмин итеү буйынса логистик үҙәк ойошторҙо. Адреслы маҡсатлы ярҙам айырыуса һөҙөмтәле булды”, - тип һөйләне Алексей Мухин.

Эксперттар тышҡы көстәрҙең, атап әйткәндә, Украина ЦИПСО-һының, Рәсәй төбәктәрендәге, милли республикаларҙағы хәлде тотороҡһоҙландырырға маташыуҙары хаҡында һөйләне. Шуға ҡарамаҫтан, сәйәси тотороҡлоҡто, милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡты һаҡлап ҡалып булды.

“Башҡортостан яугире менән аралашыу бәхете тейҙе. Ул Мәскәүҙә отпускыла ине. Ул йәш кеше ине. Яугир ғорурлыҡ менән Башҡортостандың Рәсәйҙең бөтә хәрби хәрәкәттәрендә ҡатнашыуын һәм һәр саҡ алдынғы сиктәрҙә булыуын билдәләне”, – тине Сәйәси мәғлүмәт үҙәгенең өлкән аналитигы Владимир Николаев.

Беҙгә етә алмайҙар

Башҡортостанда, ысынлап та, МХО яугирҙәренә, уларҙың яҡындарына ярҙам итеү буйынса бик күп саралар булдырылған. Әйтәйек, республика махсус хәрби операция зонаһына 144-ләп гуманитар ылау ебәрҙе. Яугирҙәргә кәрәкле әйберҙәр менән йөктәрҙе предприятиелар һәм муниципалитеттар даими оҙата, бөтә республиканан вайымһыҙ булмаған граждандар ҡулынан килгәнсә ярҙам күрһәтә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан яугирҙәре менән даими осраша, ул бер нисә тапҡыр МХО биләмәһенә барҙы. Яугирҙәр менән шәхсән аралашыу барышында төбәк етәксеһе уларҙың ғаиләһендә килеп тыуған проблемалар тураһында белергә тырыша һәм уларҙы тиҙ арала хәл итеү буйынса күрһәтмәләр бирә. Бындай сәфәрҙәргә бәйле билдәле бер хәүефкә ҡарамаҫтан, Радий Хәбиров етди хәрби бурыс үтәгән кешеләргә хөрмәт күрһәтеү телеэкрандан һүҙҙәр менән генә сикләнә алмай тип иҫәпләй.

Башҡортостанда яугирҙәребеҙ өйҙәренең ныҡлы һәм ышаныслы тыл булдырылған икәнлеген белһен өсөн барыһын да эшләйҙәр. Республикала 40-тан ашыу ярҙам сараһы эшләй, улар хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең һәм уларҙың туғандарының бөтә ихтыяждарын көн һайын хәл итә. 2024 йылда был маҡсатҡа республика бюджетынан 13,5 миллиард һум йүнәлтелгән. 2025 йыл Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы тип иғлан ителде.

Яугирҙәрҙең киләсәге лә хәстәрләнә

Ағымдағы ярҙамдан тыш, Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙың тыныс тормошҡа яраҡлашыу системаһын әүҙем әҙерләйҙәр. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса илдә “Геройҙар ваҡыты” проекты башланды. Башҡортостанда уны киңәйттеләр: 2025 йылдың 24 февралендә “Башҡортостан геройҙары” республика программаһы башланды. Яңы программаның беренсе аҙнаһында уҡ унда ҡатнашыуға 665 кеше заявка биргән, был ошондай ҡарарҙың ваҡытында һәм кәрәкле булыуы тураһында һөйләй. Радий Хәбиров МХО ветерандарына ярҙам итеүҙе дөрөҫ йүнәлтеү кәрәклеге тураһында бер нисә тапҡыр әйтте.

“Махсус хәрби операция ветерандары араһында һәләтле егеттәр бик күп. Улар бик ҡатмарлы шарттарҙа сыныҡты, уларҙың дисциплинаһы юғары. Шулай уҡ һөнәри ориентация бурысы ла мөһим – кешегә һайлау мөмкинлеген биреү кәрәк”, - тип иҫәпләй республика Башлығы.

Программа сиктәрендә Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар иҫәбенән төрлө кимәлдәге предприятиеларҙа, ойошмаларҙа, власть органдарында эшләү өсөн квалификациялы идарасылар әҙерләйәсәктәр. Улар үҙҙәренең тәжрибәһен, шәхси һәм һөнәри сифаттарын республика һәм ил мәнфәғәтендә ҡулланыу мөмкинлеге аласаҡ.

ФЕКЕР

Рәмзиә КӘРИМОВА, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы, хәрби госпиталдә ирекмән булып эшләп ҡайтҡан:

– Башҡортостан махсус хәрби операцияға ярҙам күрһәтеү буйынса өс алдынғы төбәк исемлегенә инде. Был - республика Башлығы Радий Хәбировтың яугирҙәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары тураһында даими хәстәрлеге һөҙөмтәһе һәм халҡыбыҙҙың берҙәмлеге сағылышы, тип әйтер инем. Башҡортостан 2022 йылда иң тәүгеләрҙән булып МХО биләмәһенә гуманитар ылау оҙатты, бөгөнгә 144 йөк ебәрелгән. Был эштән ситтә ҡалыусылар юҡтыр, һәр береһе хәленән килгәнсә ярҙам күрһәтергә тырыша. Луганск Халыҡ Республикаһында логистик үҙәк эшләй. Радий Хәбиров яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре менән даими бәйләнештә, ул төбәк етәкселәренән иң беренсе булып махсус хәрби операция зонаһындағы яҡташтарыбыҙ янына барҙы һәм әле лә алғы һыҙыҡта яугирҙәр менән йыш осрашып тора. Беҙҙең медицина хеҙмәткәрҙәре тәүге көндән тиерлек госпиталдәрҙә егеттәрҙең һаулығы, ғүмере һағында тора.  Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға 40-тан ашыу ярҙам сараһы булдырылған. Мин үҙем хәрби гопиталдә эшләп ҡайтҡан кеше булараҡ, ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар отрядтарының да тик Башҡортостанда ғына ойошторолоуын әйтеп үтер инем. Махсус хәрби операцияға ярҙам рейтингында Башҡортостан Мәскәү, Санкт-Петербургтан ҡала өсөнсө урынды биләй. Һәм беҙҙең төп көсөбөҙ ойошҡанлыҡта, берҙәмлектә.

Артур ҒӘЛИЕВ, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, МХО ветераны:

– Мин Башҡортостандың был рейтингта тәүге өс төбәк исемлегенә инеүен ишеткәс, хатта ғәжәпләнмәнем дә. Был һис шикһеҙ шулай булырға тейеш ине. Беренсенән, Башҡортостан 2022 йылда уҡ иң беренсе гуманитар ылауҙы ебәрҙе. Икенсенән, беҙҙә яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләһе ағзаларына 40-тан ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә. Был матди ярҙамдан башлап көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүгә тиклем. Башҡортостан - контракт төҙөгәндәргә бер тапҡыр бирелә торған түләмдәр күләме буйынса ла лидер. Шулай уҡ бик күп табиптарыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһендә булды, урындағы халыҡҡа ла, яуҙа ҡатнашҡан кешеләргә лә ярҙам итәләр. Башлығыбыҙ Радий Фәрит улы беренсе көндән яугирҙәр менән бәйләнештә, уларға бөтә яҡлап ярҙам итә, үҙе әллә нисә тапҡыр фронтҡа барҙы. Яҡшы хеҙмәт иткән яугирҙәрҙе бүләкләп, ҡанатландырып тора. Әле ул беҙҙә “Башҡортостан геройҙары” программаһын башланы. Уға ярашлы етәкселек һәләттәре булған яугирҙәр уҡыу үтәсәк һәм рәсми урындарҙа карьера булдыра аласаҡ. Был кешеләр республикабыҙ һәм илебеҙ мәнфәғәтендә лайыҡлы эшләйәсәк.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас