Өс фургон тейәлгән гуманитар ярҙам бар район халҡы тарафынан тупланған. Ике “Нива” автомобиле, мотоцикл, таҡта, быҡтырылған ит, ҡаҙы, сәк-сәктәр һәм башҡа кәрәк-яраҡтар тейәлгән йөктө Баймаҡ районы башлығы Азамат Иҙрисов үҙе шәхсән оҙатып барған.
Был хаҡта район башлығы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә хәбәр итә.
“Ике мең километрҙан ашыу юл үтеп, беҙ Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһына килеп еттек. Йыйылған посылкаларҙың бер өлөшө - мотоцикл, ағас-таҡта һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр - урында тапшырылды.
72-се бригаданың кадрҙар бүлеге начальнигы менән осрашыу мөмкинлеге тейҙе. Унда беҙҙең төбәк егеттәре хеҙмәт итә. Ул юғары яуаплылыҡ кимәлен, хәрбиҙәрҙең теләһә ниндәй бурысты үтәүгә әҙерлеген билдәләне.
Ул шулай уҡ гуманитар ярҙамдың һәм яҡындарынан ебәрелгән посылканың әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бындай әйберҙәр матди ярҙамдан тыш, хәрби хеҙмәт ауырлыҡтарын еңеп сығырға булышлыҡ итә. Бөгөн беҙ фронттың икенсе участкаһы - Яңы Айҙар районында булдыҡ. Унда УАЗ автомобилен, Урал автомобиле тәгәрмәстәрен һәм башҡа посылкалар бушаттыҡ.
Ватандаштарыбыҙ беҙҙе ҙур алсаҡлыҡ һәм йылылыҡ менән ҡаршы алды. Һалдаттар гуманитар ярҙам өсөн ҙур рәхмәт белдерә. Бында килтерелгән әйберҙәр уларҙың йәшәү ваҡытын һәм хеҙмәтен һиҙелерлек яҡшыртасаҡ. Улар шулай уҡ район һәм ҡала халҡына сәләм ебәрә.
Донецк һәм Днепропруный ҡалалары сәфәребеҙҙең һуңғы этабы булды. Бөгөн беҙ хәрбиҙәр менән осраштыҡ һәм уларға ҡатмарлы урында һәм юлһыҙ ерҙә алмаштырғыһыҙ буласаҡ ике «Нива» автомобилен, шулай уҡ ағас-таҡта һәм башҡа кәрәкле посылкаларҙы тапшырҙыҡ.
Гуманитар ярҙамды тапшырыу йылы һөйләшеүҙәр һәм хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең рәхмәт хаттары менән оҙатылды. Беҙ ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ тураһында тарихтар, хеҙмәттең ҡатмарлы шарттары һәм уларҙың тормошон уңайлаштыра алырлыҡ һәр ваҡ нәмәнең ни тиклем мөһим икәне тураһында белдек.
Мин бөтә һалдаттарыбыҙға фиҙаҡәрлек һәм батырлыҡ, Ватаныбыҙҙы һәм тыныс халыҡты һаҡлағандары өсөн тәрән рәхмәтемде белдергем килә!
Һалдаттарыбыҙға тапшырған бөтә нәмә беҙгә мөмкин тиклем тиҙерәк Еңеү менән ҡайтырға ярҙам итергә тейеш!” – тип яҙған Азамат Иҙрисов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.
Өфөлә "Төньяҡ амурҙары" исеме аҫтында граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты эшләй башланы. Хәҙер РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләүселәргә белешмәләр йыйыу һәм медицина тикшереүе үтеү өсөн төрлө адрестар буйынса йөрөргә кәрәкмәй: быларҙың барыһын да бер урында һәм тәүлек эсендә эшләргә мөмкин.
Пунктты Өфө, Элеватор урамы, 15-се йорт адресы буйынса урынлашҡан "Черемушки" һауыҡтырыу шифаханаһы базаһында астылар. Ул ҡалаға көньяҡтан ингән ерҙә, Тирмән комбинаты районында урынлашҡан. Үҙәккә Башҡортостандан да, башҡа төбәктәрҙән дә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләгән 18 - 65 йәшлек ир-егеттәр мөрәжәғәт итә ала. Уларҙың теркәлеү урыны иҫәпкә алынмай.Үҙегеҙ менән паспорт, хәрби билет, ғаиләгеҙ, белемегеҙ тураһында документтар, СНИЛС һәм ИНН алырға кәрәк.
Үҙәктә хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре, табиптар һәм банк вәкилдәре эшләй. Кандидаттарҙың мөмкин тиклем тиҙерәк медицина комиссияһын үтеү, анализдар тапшырыу, документтарын тәртипкә килтереү, кәрәк булғанда "Мир" банк картаһын алыу мөмкинлеге бар. Тап ошо картаға бер тапҡыр бирелә торған түләү һәм эш хаҡы киләсәк. Шулай уҡ бында төндө үткәреү өсөн номерҙар фонды, өс тапҡыр ашатыу хеҙмәте ҡаралған. Былар барыһы ла бушлай. Үҙәктән граждандар хәрби командалар составында шунда уҡ хеҙмәт урынына китә.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгәндәргә Өфө ҡалаһы бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү күләмен 300 меңдән 400 мең һумға тиклем арттырҙы. Стәрлетамаҡтар ҙа контрактсыларға ошо сумманы түләйәсәк. Шулай итеп, эш хаҡын иҫәпкә алғанда, түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 3 825 000 һум тәшкил итәсәк.
Башҡортостан контракт хеҙмәте тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте башбат.рф сайтында йәки Ситуация үҙәгендә +7 (347) 218-19-19 телефоны буйынса алырға мөмкин. Шулай уҡ 122 йәки 8 800 550 5525 телефондарына шылтырата алаһығыҙ.
Фото: Азамат Иҙрисов. "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән