Инәйҙәрҙең күңел, ҡул йылыһы – яугирҙәргә

Дуҫлыҡ ауылы ағинәйҙәрҽ лә яҡташ яугирҙәргә гел ярҙам ойоштороп тора.

Инәйҙәрҙең күңел, ҡул йылыһы – яугирҙәргәИнәйҙәрҙең күңел, ҡул йылыһы – яугирҙәргә
Инәйҙәрҙең күңел, ҡул йылыһы – яугирҙәргә

Туймазы районы халҡы ла махсус хәрби операцияла яугирҙәргә ярҙам итеүҙә дәррәү ҡатнаша. Битараф булмағандар, илебеҙ киләсәге, яуҙағы ир-егеттәр өсөн һәр төрлө ярҙамдың ни ҡәҙәре мөһим икәнен төшөнгәндәр бындай изге ғәмәлдән ситтә ҡалмай. Улар намыҫ ҡушыуы, күңел саҡырыуы буйынса ҡулынан килгән ярҙамды күрһәтә.

Бына Дуҫлыҡ ауылы ағинәйҙәрҽ лә яҡташ яугирҙәргә гел ярҙам ойоштороп тора. Улар ғаилә, йорт мәшәҡәттәрен ҡалдырып, бар күңел йылыһын һалып, изге теләктәр теләй-теләй тырышып сираттағы посылкаларҙы әҙерләй.

Изге эшкә ҡушылған апай-инәйҙәргә һоҡланыуҙан, рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ. Уларҙың девизы ла – “Бҽрҙәмлҽктә – көс! Еңҽүҙҽ яҡынайтабыҙ!”

Әйкәндәй, был әүҙем апайҙар – Дуҫлыҡ ауыл мәҙәниәт йортоноң фольклор ансамблендә ҡатнашыусылар ҙа. Әлеге ҡатмарлы осорҙа был ҡатын-ҡыҙҙарҙың гражданлыҡ позицияһы ла аныҡ. Яугирҙәрҙе генә түгел, уларҙың ғаилә ағзаларын да иғтибарһыҙ ҡалдырмайҙар. 8 Март айҡанлы бик матур сара ойошторғандар: махсус хәрби операциялағы ир-егеттәрҙең әсәләрен, ҡатындарын саҡырып, концерт күрһәткән, байрам өҫтәле әҙерләгәндәр.

– Бөгөн алғы һыҙыҡта йөрөгән ир-аттарҙың яҡындары айырым иғтибарға мохтаж. Ғаилә, йорт-хужалыҡ мәшәҡәттәре, балалар тәрбиәләүҙе улар әле бер үҙҙәре атҡара. Байрамға арнап ошондай йылы ғына мөхиттә аралашыу ойоштороу аша беҙ уларға ғаиләләге яугирҙең Ватан алдындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтергә, үҙҙәренең яңғыҙ түгел икәнен белдерергә лә теләнек, – ти мәҙәниәт йорто етәксеһе Әлфирә Шәрифйән ҡыҙы.

Фотолар Дуҫлыҡ ауылы мәҙәниәт йорто архивынан: vk.com/public171011077

Инәйҙәрҙең күңел, ҡул йылыһы – яугирҙәргә
Инәйҙәрҙең күңел, ҡул йылыһы – яугирҙәргә
Инәйҙәрҙең күңел, ҡул йылыһы – яугирҙәргә
Инәйҙәрҙең күңел, ҡул йылыһы – яугирҙәргә
Инәйҙәрҙең күңел, ҡул йылыһы – яугирҙәргә
Инәйҙәрҙең күңел, ҡул йылыһы – яугирҙәргә
Инәйҙәрҙең күңел, ҡул йылыһы – яугирҙәргә
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас