Бөтә яңылыҡтар
10

Ветерандар уңайлы торлаҡтарҙа йәшәйәсәк

Мөһим эш йүнәлештәренең береһе – махсус хәрби операцияла ауыр йәрәхәттәр алған ветерандарҙың өйҙәрен, фатирҙарын йәшәүгә яраҡлаштырыу әүҙем дауам итә.

Ветерандар уңайлы торлаҡтарҙа йәшәйәсәк
Ветерандар уңайлы торлаҡтарҙа йәшәйәсәк

Ветерандар уңайлы торлаҡтарҙа йәшәйәсәк

“Ватанды яҡлаусылар” фонды филиалы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы инвалид-ветерандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу һәм көнкүрештәрен еңеләйтеү маҡсатында уларҙың торлаҡтарын йәшәү өсөн ҡулайлы итеп яраҡлаштырырға ярҙам итә. Ветерандарҙың торлаҡтарын тикшереү һәм йәшәүгә ҡулайлаштырыу республикала әүҙем бара. Филиалдың социаль координаторҙары яңыраҡ муниципаль комиссия менән берлектә Өфөлә йәшәүсе яраланған өс ветерандың торлағын тикшерҙе. Оҙаҡламай улар уңайлы йәшәү шарттары булдырыу өсөн тейешле саралар менән тәьмин ителәсәк.

Ҡаты яралар алыуҙарына ҡарамаҫтан, ветерандарҙың барыһы ла әүҙем тормош алып бара. Мәҫәлән, Олег Мөфтәхетдинов һәм Артем Мөхәррәмов хәрби хеҙмәттән бушатылғас та фонд филиалында социаль координатор сифатында Тыуған илгә хеҙмәт итеүҙәрен дауам итә. Өҫтәүенә улар адаптив спорт менән шөғөлләнә. Уларҙың Ханты-Манси автономиялы округында “Ватанды һаҡлаусыларҙың кубогы”на ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса ярыштарҙа ҡатнашыуы ғәжәп тойолманы, сөнки егеттәрҙең йәшәүгә көс-дәрте самаһыҙ ҙур! Башҡортостан командаһы иҫәбендә өс миҙал булыуы, Олег Мөфтәхетдиновтың саңғы ярыштарында һәм биатлонда ике алтын миҙал, Артем Мөхәррәмовтың тау саңғыһы ярыштарында бронза миҙал яулауы үҙе оло батырлыҡ түгелме ни?

Торлаҡ шарттарын ҡулайлаштырыусы ветерандарҙың өсөнсөһө Иван Щербаков йөҙөү менән шөғөлләнә, фонд уға яңы протез алыуҙа ярҙам күрһәтәсәк. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Радик Ильясовҡа ла “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы ярҙам күрһәтә. “Ридик” позывнойлы яугир штурм төркөмөнөң командир урынбаҫары булып хеҙмәт итә, 2023 йылдың ноябрендә яралана. Социаль координаторҙар муниципаль комиссия менән берлектә яугирҙең торлаҡ шарттарын тикшергән, оҙаҡламай уңайлы йәшәү өсөн тейешле бөтә кәрәк-яраҡ ҡуйыласаҡ. Дәүләт фонды филиалына мөрәжәғәт иткән һәр ветеран тураһында хәстәрлек күреү – социаль координаторҙарҙың бурысы.

Мөһим эш йүнәлештәренең береһе – махсус хәрби операцияла ауыр йәрәхәттәр алған ветерандарҙың өйҙәрен, фатирҙарын яраҡлаштырыу райондарҙа ла дауам итә. Мәҫәлән, Ҡыйғы районында күреү һәләте буйынса инвалид Эдуард Әхмәтйәновтың йорто төҫтәрҙе һәм купюра номиналын билдәләү өсөн хәбәр итеүсе яйланма, уҡыусы машинка, аҙыҡ әҙерләү өсөн ҡулайлама менән йыһазландырыласаҡ. Бынан тыш, махсуслаштырылған эш урыны ҡуйыласаҡ, өйгә инеүсе ишек яңыһына алыштырыласаҡ, тупһалар бейеклеге үҙгәртеләсәк. Эдуард Ватанды һаҡлауға үҙ теләге менән киткән. Алғы һыҙыҡта ҡаты яраланыу өлөшләтә һуҡырлыҡҡа килтерә. Ветеранға йөрөү өсөн “аҡыллы” таяҡҡа заказ бирелгән.

– Ауыр яралар һөҙөмтәһендә инвалидлыҡҡа дусар булған яугирҙәргә тыныс тормошта еңел түгел. Беҙ уларға мөмкин тиклем уңайлы шарттар тыуҙырырға, мәсьәләләрен хәл итергә, улар мохтажлыҡ кисергән хеҙмәттәрҙе күрһәтергә тейешбеҙ, – ти “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан буйынса филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.

Фонд филиалы менән хеҙмәттәшлеккә ярашлы, махсус хәрби операция ветерандарының ҡул менән идара ителеүсе транспорт сараларын файҙаланыу һәм идара итеү буйынса уҡыуы ла әһәмиәтле ваҡиға. Миәкә районынан, Туймазы һәм Өфө ҡалаларынан дүрт яугир ДОСААФ автомәктәбендә теоретик әҙерлек барышында Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрендәге үҙгәрештәр менән танышты. Курсанттар транспортҡа идара итеү процесына тиҙерәк инеп китһен, юл хәрәкәтенә күнекһен өсөн бындай ярҙам бик мөһим. Сертификаттар алғандан һуң автомобилдәр тапшырыуға заявкалар “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондына ебәрелә. Ветерандар өсөн үҙаллы автомобиль йөрөтөү – социалләшеүҙә бик мөһим ғәмәл һәм ғәҙәттәге тормошҡа ҡайтыуҙа ҙур мөмкинлек. Һәр автомобиль, хәрәкәт итеү сараһы булыуҙан тыш, дәүләт тарафынан күрһәтелгән хәстәрлек һәм киләсәккә өмөт биреүсе аҙым да.

“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды инвалидтарҙың ихтыяжына ҡарап, уларҙы махсус адаптация саралары менән артабан да тәьмин итәсәк. Бының өсөн Фонд филиалының социаль координаторҙарына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Фотола һеҙ “Ватанды яҡлаусылар” фонды филиалының социаль координаторы, ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса Беренсе Бөтә Рәсәй “Ватанды һаҡлаусылар кубогы”ның бронза призеры Артем Мөхәррәмовты ғаиләһе менән күрәһегеҙ.

Динә Арыҫланова.

Фото: https://vk.com/zashitnikiotechestvarb

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: