Әлшәй районында тыуып үҫеп, бөгөн ситтә йәшәгән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү маҡсатында бергәләшеп, район мәҙәниәт йортонда ҙур хәйриә концерты ойошторҙо. Был хаҡта социаль селтәрҙәге битендә Әлшәй район хакимиәте башлығы Наил Әбелғужин хәбәр итә.
“Әлшәй районынан сыҡҡан артистарға, бөгөн алғы һыҙыҡта Ватанды яҡлаусыларға ярҙам итеүҙә бөтәбеҙҙе берләштергәндәре, үтәгән изге миссиялары өсөн ҙур рәхмәт белдергем килә. Хәйриә концертына килгән, яугирҙәребеҙгә ярҙам итергә теләгән яҡташтарыбыҙға ҙур рәхмәт!” – тип ысын күңелдән ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткергән етәксе.