Башҡортостандың йәштәр Халыҡ фронты ағзалары махсус хәрби операция зонаһында бурыстарын үтәгән яугирҙәр өсөн талисмандар әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.
Балалар бирсәткәләренән яһалған йөҙҙәрсә айыу балалары, йөн ептән эшләнгән сәпсектәр алғы һыҙыҡҡа оҙатылды ла инде.
“Был талисмандарҙың изгелек һәм өмөт символына әүерелеүен, яугирҙәрҙе яратыуыбыҙҙы һәм өйҙә көтөүебеҙҙе хәтерләтеп тороуын теләйбеҙ. Беҙҙең команда кешеләренең йөрәк һәм ҡул йылыһы һалынған ошо уйынсыҡтар яҡташтарыбыҙ өсөн бетеү булып хеҙмәт итһен”, – ти йәштәр Халыҡ фронтының Башҡортостан Республикаһындағы координаторы Рөстәм Сәләхетдинов.
Оҫталыҡ дәрестәрен гуманитар йөк менән МХО зонаһына бер нисә тапҡыр барып ҡайтҡан Лилиә Ғәлимова башлап ебәрҙе. Ошондай симовлик сувенирҙар беҙҙең ҡаһармандар өсөн ҡәҙерле булыуын ул үҙ күҙҙәре менән күргән.
Талисмандар әҙерләүҙә “Шәфҡәтле йөрәк” студенттар отряды ирекмәндәре, Башҡортостан дәүләт аграр университеты студенттары, “Йылмайыу” үҫмерҙәр клубы һәм башҡалар ҙа ҡатнашҡан.
Фото: "Башинформ".