Бөтә яңылыҡтар
10

Геройҙар, теркәлергә өлгөрөп ҡалығыҙ!

25 мартҡа ҡарата программала ҡатнашыу өсөн 1630 кеше ғариза биргән.

Геройҙар, теркәлергә өлгөрөп ҡалығыҙ!
Геройҙар, теркәлергә өлгөрөп ҡалығыҙ!

“Башҡортостан геройҙары” программаһына теркәлеү тамамланыуға аҙнанан әҙерәк ваҡыт ҡалды – ғаризалар ҡабул итеү 2025 йылдың 31 мартында тамамлана.

25 мартҡа ҡарата программала ҡатнашыу өсөн 1630 кеше ғариза биргән. Теркәлгәндәрҙең 94 проценты – беҙҙең төбәк кешеләре, ләкин күрше субъекттарҙан, яңы биләмәләрҙән һәм башҡа федераль округтарҙан теләүселәр ҙә бар. 1158 кеше, ғариза биргәндәрҙең 71 проценты - ғәмәлдәге махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар. Биш проценты – ҡатын-ҡыҙҙар.

– МХО-ла ҡатнашыусыларҙың күбеһен танып беләм. Улар араһында ысынлап һәләтле егеттәр күп. Улар бик ҡатмарлы шарттарҙа сыныҡҡан, юғары дисциплинаға эйә. Улар яңы энергия, әхлаҡи, кешелек һәм идара итеү сифаттары өлгөһө булыр тип иҫәпләйем, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Программала ҡатнашыусыларҙы һайлап алыуҙың бер нисә этабы көтә – теркәлеү, тест үтеү һәм онлайн әңгәмә. Иң юғары һөҙөмтә күрһәткәндәр һөнәри яңынан әҙерләү программаһы буйынса уҡыу үтәсәк. Уларға шәхси остаздар ярҙам итәсәк.

“Башҡортостан геройҙары” программаһы – “Геройҙар ваҡыты” федераль программаһының дауамы. Уның маҡсаты – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһынан яңы быуын идарасылар әҙерләү.

Тулыраҡ мәғлүмәт ГероиБашкортостана.рф сайтында.

Автор Лариса Исхакова.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: