Бөтә яңылыҡтар
10

"Әсәй" хәйриә концертына килегеҙ!

Унда “Әсәй” телевизион тапшырыуы геройҙары һәм билдәле сәхнә оҫталары ҡатнаша: Рөстәм Ғиззәтуллин, Әлфиә Юлсурина, Рәсүл Ҡарабулатов, Әлим Ҡәйүмов, Лилиә Ишемйәрова, Сәғиҙулла Байегет, Дияна Ишниязова, Фәрүәз Урманшин, Алһыу Бәхтиева, Хәсән Усманов, Гөлназ Ҡәҙербирҙина, Гөлсинә Мәхәмәҙиева, Рәдиф Зарипов, Фәриҙә Ғаззалова, “Премьер” төркөмө, Ябай малай, Иҙрис Кәлимуллин һәм башҡалар.

"Әсәй" хәйриә концертына килегеҙ!
"Әсәй" хәйриә концертына килегеҙ!

2025 йыл Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү, Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылы тип иғлан ителде. Ил именлеген һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡлаусыларға оло хөрмәт билдәһе был.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә көс-ҡеүәт биреүсе изге кешеләр – әсәләр. Бөйөк әсәләр. Ғәзиз балаһының һау-сәләмәт ҡайтыуын эстән ут йотһа ла, тышҡа сығармай, тыныс көткән фәрештәләр. Улы һис шикһеҙ еңеү яулап, иҫән ҡайтыр, сөнки тыуған ерендә уны Әсә көтә.

БЮТ каналында бер йылдан ашыу барған “Әсәй” телевизион тапшырыуы геройҙары – яугир әсәләре. Ошо ваҡыт эсендә 50-нән ашыу тапшырыу эфирға сыҡҡан. Программа геройҙары - Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларында йәшәгән оло йөрәкле сабыр әсәләр.

2 апрелдә БЮТ каналы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә донъялағы иң ғәзиз кешеләргә арналған хәйриә концерты ойоштора. Сарала “Әсәй” телевизион тапшырыуы геройҙары һәм билдәле сәхнә оҫталары ҡатнаша: Рөстәм Ғиззәтуллин, Әлфиә Юлсурина, Рәсүл Ҡарабулатов, Әлим Ҡәйүмов, Лилиә Ишемйәрова, Сәғиҙулла Байегет, Дияна Ишниязова, Фәрүәз Урманшин, Алһыу Бәхтиева, Хәсән Усманов, Гөлназ Ҡәҙербирҙина, Гөлсинә Мәхәмәҙиева, Рәдиф Зарипов, Фәриҙә Ғаззалова, “Премьер” төркөмө, Ябай малай, Иҙрис Кәлимуллин һәм башҡалар.

Проект авторы һәм етәксеһе, БЮТ каналының баш мөхәррире Гәүһәр Батталова: “Тапшырыу авторҙары Зилә Баймырҙина, Рәйсә Ҡаҙбулатова, Айнур Ибраһимов, хәйриә сараһын ҡуйыусы режиссер Радик Фәтхиев, компьютер графикаһы инженерҙары Наил Айнуллин, Линар Нурғәлиев, Эльмир Йыһануров – ғөмүмән, проектта ҡатнашҡан һәр кеше бар күңелен биреп эшләй. Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә етә бит. Беҙ ойошторған кисә тамашасыларҙың күңелен арбаһын һәм хәтерендә ҡалһын өсөн тырышабыҙ”, – ти.

Хәйриә сараһына билеттарҙы һатыуҙан килгән аҡса МХО-ла ҡатнашыусы яугирҙәргә ярҙамға йүнәлтелә.

Сығанаҡ: БЮТ.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: