Уҙған аҙнала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Совет урамындағы “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалына тапшырыласаҡ бинала булды.
Яңы бинаның майҙаны – 620 квадрат метр, бында ремонт талап ителә. Шулай уҡ килеүселәр, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн туҡталҡа мәсьәләһен дә хәл итергә кәрәк.
– Ихтыяж бар, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалының эш күләме арта – яраланғандан һуң яугирҙәр өйҙәренә ҡайта, ә махсус хәрби операция тамамлағандан һуң барыһы ла ҡайтасаҡ, – тип билдәләне Радий Фәрит улы.
Республика Башлығы, Совет майҙанына тиклем ни бары 50 метр, һәм был махсус операцияла ҡатнашыусылар өсөн мөһим урын, тип билдәләне. Радий Хәбиров ремонтты тиҙ-арала үткәрергә, ә һуңыраҡ Черниковкала тағы бер бүлексә асырға вәғәҙә бирҙе.
“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының республикалағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина был йүнәлештә эш башланыуы тураһында белдерҙе.
– Хеҙмәттәштәрем һәм генераль подрядсы менән яңы бина биләмәһендә эш кәңәшмәһе үткәрҙек. Объект Совет урамында урынлашҡан, унда ремонт талап ителә. Яңы бина тураһындағы мәсьәлә күптән хәл итеүҙе талап итә. Фондтың беҙҙәге филиалы ялһыҙ эшләй, ә көнөнә унда 70-тән ашыу кеше килә. Көндән-көн мөрәжәғәт итеүселәр арта бара, – тине “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының республикалағы филиалы етәксеһе.
“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының республикалағы филиалы 2023 йылдың июненән эшләй. Ул Өфө ҡалаһының Минһажев урамы, 107-е йорт адресы буйынса урынлашҡан. Бинаның майҙаны 126,6 квадрат метр тәшкил итә. Асылған көндән бөгөнгәсә Фондҡа ярҙам һорап 39 меңдән ашыу хәрби хеҙмәткәр мөрәжәғәт иткән. Белгестәр 106 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул итеп, шуларҙың 98 проценты хәл ителгән.
Фото: vk.com/glavbash, vk.com/gulnurkulsarina