Бөрө ҡалаһы һәм районы халҡы МХО-ла ҡатнашҡан яҡташтарына ярҙамға тип бер айҙа өс ярым тонна йөк йыйған. Был хаҡта Бөрө хакимиәте һәм район гәзите хәбәр итә.
Акцияны райондың Хәйриә фонды ойошторған, хакимиәттең социаль бүлеге лә ситтә ҡалмаған. Изге ғәмәлгә төрлө ойошмалар, балалар баҡсалары һәм мәктәптәр, шул иҫәптән балалар менән ата-әсәләре, ауыл советтары һәм эшҡыуарҙар ҡушылған. Бөрө ирекмәндәре лә күләмле эш башҡарған – улар тауарҙарҙы сортировкалау, ҡаптарға төрөү, ҡумталарға һалыу һәм йөктө тейәүҙә ҙур ярҙам күрһәткән.
– Бөрө халҡына, хеҙмәт коллективтарына, ирекмәндәргә яугирҙәребеҙгә ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт! – ти Хәйриә фонды етәксеһе Тимур Дауытов. – Егеттәргә 12 кубометрҙан ашыу йөк алып барып тапшырҙыҡ. Хәҙер ҙә эш дауам итә, һуңғараҡ тағы ла гуманитар ылау оҙатасаҡбыҙ.
Яугир яҡташтары бөрөләргә видеояҙма аша рәхмәттәрен еткергән. “Алыҫтан килеп еткәнегеҙ, беҙҙе онотмағанығыҙ, ярҙамығыҙ өсөн оло рәхмәт! Еңеү беҙҙеке буласаҡ!” – ти улар.
Фото: birskpress.ru