Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына бик күп ярҙам саралары индерелде, улар уңышлы эшләп килә. Балалы ғаиләләргә айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Шулай уҡ федераль властар индергән ярҙам да бар. Һөҙөмтәлә бөгөн Башҡортостанда 40-тан ашыу ярҙам сараһы эшләй.
Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына ярҙам итеүгә айырыуса иғтибар бүленә. Әлеге ваҡытта 5,6 меңдән ашыу сабый балалар баҡсаһына бушлай йөрөй. Бынан тыш, 3,7 меңдән ашыу 5-11-се кластарҙа уҡыусы һәм меңдән ашыу колледж студенттары бушлай ҡайнар аш менән тәьмин ителгән. 562 студентҡа республика колледждарында уҡыуға сертификаттар бүленгән йә иһә уҡыу өсөн түләү хаҡы ҡайтарылған. 5,5 меңдән ашыу бала һауыҡтырыу лагерҙарында ял иткән. 2,8 мең бала бушлай түңәрәктәргә һәм секцияларға йөрөй.
Ярҙам төрҙәренең халыҡ араһында тағы бер популяр йүнәлеше – республиканың 15 шифаханаһының береһенә бушлай юллама алыу. Был ярҙам менән 3000 ашыу МХО-ла ҡатнашыусы һәм уларҙың ғаилә ағзаһы файҙаланған.
Бынан тыш, кешеләр шәхси йорттарына газ үткәреү буйынса ярҙамды ихлас файҙалана. Әле 500 сертификат бирелгән дә.
Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән кешеләргә бер юлы ике миллион һум аҡса бирелә, шулай уҡ ай һайын 210 мең һумдан башланған эш хаҡы түләнә. Улар республикала ғәмәлдә булған бөтә 40 ярҙам төрө менән дә файҙалана аласаҡ. “Ватанды һаҡлаусы” үҙәгенең телефоны +7(800)550-55-25, йәки Башбат.рф сайты буйынса мөрәжәғәт итергә була.
Фото: "Башинформ".