Бөтә Рәсәй “Йыл ғаиләһе” конкурсының ойоштороу комитеты мөһим ҡарар ҡабул итте: быйылдан башлап махсус номинация – “Ватанды һаҡлаусы ғаиләһе” номинацияһы барлыҡҡа киләсәк.
Рәсәй хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Баталинаның фекерен бер тауыштан хупланылар. Хәҙер конкурста ғаиләһендә бер йәки бер нисә хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусы, махсус хәрби операция геройҙары һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары булған ғаиләләр ҡатнаша аласаҡ. Мөһим талап: ғаиләнең социаль әһәмиәтле проекттарҙа, ирекмәндәр эшендә, илһөйәрлек хәрәкәттәрендә ҡатнашыуы. Тап ошондай тарихи ваҡиғалар йәш быуын өсөн рухландырыусы миҫал буласаҡ, улар Тыуған илгә тоғролоҡ, ныҡлы ғаилә бәйләнештәре һәм гражданлыҡ яуаплылығы тигән төшөнсәләрҙе аңлап үҫәсәк.
Ватанды һаҡлаусылар йылында һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан тарихи иҫтәлекте һаҡлау һәм яңыртыу, йәштәрҙе Тыуған илгә һөйөү һәм тоғролоҡ өлгөһөндә тәрбиәләү айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә.
“Йыл ғаиләһе” конкурсы 2016 йылдан алып меңәрләгән ныҡ, ижади һәм әүҙем ғаиләләрҙе берләштерә. Ойоштороусылар – Рәсәй хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы, Балаларҙы яҡлау фонды һәм төбәктәр ғаилә ҡиммәттәре йәмғиәтебеҙҙең нигеҙе булып хеҙмәт итһен өсөн барыһын да эшләй.
Беҙ был яңылыҡтың геройҙарыбыҙға булған хөрмәттең тағы бер сағылышы булыуына өмөтләнәбеҙ.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.