Барыһы ла Еңеү өсөн
2 Апрель 2025, 07:00

Афарин, Валерий!

Махсус хәрби операция яугирҙәренә посылка йыйыуҙы Богачевка ауылынан 15 йәшлек Валерий Тарасов ойошторған

Афарин, Валерий!Афарин, Валерий!
Афарин, Валерий!

Ул Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейында 10-сы класта уҡый, ауылдағы берҙән-бер ирекмән, шул уҡ ваҡытта уҡыуын клуб мөдире урынына йәмәғәт саралары ойоштороу менән берләштерә.

“Барыһы ла ябай ғына башланды: ауыл Советы аҡса йыйыу иғлан яһап, үҙебеҙҙең депутаттарға мөрәжәғәт итте. Халыҡҡа хәбәр итеүҙе, кәрәкле әйберҙәрҙе йыйыуҙы, һатып алыуҙы ойоштороуҙы миңә ышанып тапшырҙылар”

Валерий әйтеүенсә, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Богачевка  халҡы, ә ауылда йөҙҙән аҙыраҡ кеше йәшәй, 30 мең һум аҡса йыйыуға өлгәшкән. Ауыл халҡы аҡсанан тыш, яугирҙәргә үҙҙәре әҙерләгән төрлө салат һәм башҡа ризыҡтар ҙа алып килгән.

- Ярҙамдары өсөн бөтә халыҡҡа, ауыл старостаһына, урындағы депутаттарға рәхмәт белдерәм. Хәҙер заказ бирелгән ҡалған әйберҙәрҙең килгәнен көтәбеҙ һәм уларҙы Баймаҡҡа, ирекмәндәр штабына алып барасаҡбыҙ. Беҙҙең посылкалар алыусыларға иҫән-һау барып етһен, тиҙерәк тыныслыҡ килһен”, – тип теләй Валерий.

Афарин, Валерий! Күрһәткән изгелектәрең Еңеүгә ҙур өлөш индерһен, үҙеңә меңләтә сауап әйләнеп ҡайтһын!

Фото һәм текст: Дмитрий Фадеев

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас