Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бер төркөм яугирҙәр ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Улар араһында Башҡортостандың халыҡ артисы Әнүәр Нурғәлиевтең фанаты Азамат та бар. Был хаҡта йырсы үҙенең социаль селтәрҙәрендә хәбәр итә.
Йырсы әйтеүенсә, иртәнге сәғәт 8-се яртыла уны телефон тауышы уятҡан.
"Азамат шылтырата: "Ағай, мин фронтҡа китәм, оҙата алаһыңмы? Мин йоҡонан бер ни аңламайым, тиҙ генә урынымдан торҙом, 12 минуттан "Өфө- Арена" ламын. Азамат - ябай ауыл егете, минең тоғро тамашасыларымдың береһе, фанатым. Ҡыҫҡа буйлы, әммә ныҡлы, мускуллы. Минең килеүемә бик һөйөндө, үҙе ышанмай. Кешегә бәхет өсөн күп кәрәкмәй. Еңеү менән ҡайтығыҙ, батырҙар. Рәсәй һеҙгә таяна!" - тип яҙған Әнүәр Нурғәлиев.
Фото: Валерий Шахов