Барыһы ла Еңеү өсөн
10 Апрель 2025, 06:00

Айгөл Сәлихова: "Йөрәгем Донбасста ҡалды...”

Биш ҡатын-ҡыҙ юлға сыҡтыҡ. Сорғоттан Мәскәүгә самолетта остоҡ, артабан Донецкиға тиклемге юлды автобуста үттек. Тейешле урынға барып еткәс...  

Айгөл Сәлихова: "Йөрәгем Донбасста ҡалды...”Айгөл Сәлихова: "Йөрәгем Донбасста ҡалды...”
Айгөл Сәлихова: "Йөрәгем Донбасста ҡалды...”

“Был сәфәр тормошҡа ҡарашымды тулыһынса үҙгәрткән ваҡиға булды. Әле булһа, шул тәьҫораттарҙан арына алмайым, күңелем дә, йөрәгем дә шунда ҡалған төҫлө”, – ти Донецк Халыҡ Республикаһына гуманитар йөк алып барып, изге миссия үтәп ҡайтҡан Айгөл Сөнәғәт ҡыҙы. Маҡсаттары яугирҙәргә кәрәкле әйберҙәр алып барыу ғына түгел, ә улар янында бер нисә көн булып, өй йылыһын бүләк итеү – әсәйҙәре, яҡындары әҙерләгән кеүек тәмле ризыҡтар бешереп һыйлау була.

Айгөл Сәлихова – Сибай ҡыҙы. Әсәһе Фәрзәнә Әхиәр ҡыҙы – энергетик, атаһы Сөнәғәт Һиҙиәт улы Байсурин автомеханик булып эшләй. Улар икеһе лә – һуғыш осоро балалары. Фәрзәнә Әхиәр ҡыҙына атаһын бер тапҡыр ҙа күрергә, уға төбәп ҡәҙерле һүҙҙе әйтергә яҙмай, сөнки 1941 йылдың йәйендә ғәзиз кешеһе фронтҡа киткәндә Фәрзәнә апай тыумай ҡала. Айгөлдөң ҡартатаһы Әхиәр 1943 йылда Курск дуғаһында батырҙарса һәләк була. “Әсәйем атаһының фотоһүрәтен һәм үлем тураһында ҡағыҙын һаҡланы. Был әйберҙәр – ҡартатайыбыҙ тураһында берҙән-бер иҫтәлек”, – ти Айгөл.

Атаһы Сөнәғәт Һиҙиәт улы 1936 йылғы. Уға инде һуғыш осороноң бөтә ауырлыҡтарын үҙ иңендә татырға, иң тәүгеләр рәтендә атаһы фронтҡа киткәс, әсәһенә ярҙамсы һәм терәк булырға тура килә. Тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә татыған фронтовик балаларының ғаиләһендә тәрбиәләнеп үҫкән Айгөлгә илһөйәрлек төшөнсәһе бер ваҡытта ла ят булмай.

– Өҫтәүенә мине һоҡланғыс педагогтар уҡытты. Сибай ҡалаһының 7-се мәктәбендә тәүге белемде СССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Раиса Филипповна Усевичтан алдым. Уның дәрестәре изгелек, әҙәп, әхлаҡ һабаҡтары булды. Ул беҙҙе ысын кеше булырға, Тыуған илде яратырға өйрәтте, – ти Айгөл Сөнәғәт ҡыҙы.

Артабан Магнитогорск дәүләт педагогия институтын тамамлаған йәш белгес туған мәктәбенә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшкә ҡайта. Шулай итеп, ҡасандыр үҙенә белем биргән мөғәллимдәр менән коллега булып эшләү бәхете тейә уға. Был осорҙо Айгөл Сөнәғәт ҡыҙы тормошоноң иң матур мәлдәре булараҡ бөгөн дә һағынып иҫкә ала. Совет заманының хөрмәтле, үҙ баһаһын белгән, төплө белемле педагогтары менән иңгә-иң терәп эшләү, элекке уҡытыусыларының тәжрибәһен өйрәнеү йәш белгес өсөн үҙе бер мәктәп була.

2017 йылда Айгөл Сәлиховаға тормошон ҡырҡа үҙгәртергә тура килә: көтмәгәндә тормош юлдашын юғалтҡас, ике баланы аяҡҡа баҫтырыу маҡсаты менән Себер тарафтарына эшкә юллана. Башҡортостан уҡытыусыларының ни тиклем эшһөйәр, тырыш булыуын яҡшы белгән Сорғот ҡалаһында Айгөл Сөнәғәт ҡыҙын ҡушҡуллап ҡабул итәләр.

Бөгөн инде ул – сит төбәктә күптән үҙ кешегә әйләнгән тәжрибәле педагог. Балаларына ла матур тәрбиә һәм белем биреүгә өлгәшкән: ҡыҙы Санкт-Петербург ҡалаһында табиплыҡҡа уҡый, улы әрме сафында хеҙмәт итә. Уҡытыусы үҙен төрлө яҡлап үҫтереүгә ҙур иғтибар бирергә тырыша. Тәрән мәғәнәле, хисле шиғырҙар ижад иткән Айгөл шиғри конкурстарҙа ҡатнашып, лауреат булып танылған, Билбаулы көрәш федерацияһының эшмәкәрлегендә лә ихлас ҡатнаша.

– Махсус хәрби операция башланғас, беҙҙең көрәшсе егеттәр тәүгеләрҙән булып ил именлеге һағына баҫты. Мин дә был изге эштән ситтә ҡалмаҫҡа ҡарар иттем һәм ирекмәнлек эшенә тотондом, – ти Айгөл Сөнәғәт ҡыҙы.

Былтырғы йылдан ул “Һалдаттар өсөн бәйләйбеҙ” тигән хәрәкәткә ҡушыла. Был эште МХО-ла һәләк булған яугирҙең әсәһе Наталья Дмитриевна Штогрина-Олейникова ойоштора. Хәрәкәт барлығы ике меңдән ашыу кешене берләштерә. Быйыл февралдә Айгөл Сәлиховаға Донецк ҡалаһына гуманитар миссия менән барырға тәҡдим итәләр.

– Шунда уҡ ризалаштым. Дөрөҫөн әйткәндә, МХО-ға барыу теләге электән үк тынғы бирмәй ине. Балаларым ғына ҡаршы булып килде. Алыҫ сәфәргә юлланасағымды иң яҡын әхирәтем генә белде. Тәүҙә туғыҙ тонналыҡ гуманитар ярҙам тупланыҡ. Ылау артынса биш ҡатын-ҡыҙ юлға сыҡтыҡ. Сорғоттан Мәскәүгә самолетта остоҡ, артабан Донецкиға тиклемге юлды автобуста үттек. Тейешле урынға барып еткәс, ташландыҡ йортта урынлаштыҡ, хужалары Краснодарға күсеп киткән ине. Шарттар юҡ, электр энергияһы өҙөклөктөр менән эшләй. Һыуҙы үҙебеҙ ташып ҡулландыҡ. Һөжүм ваҡытында беҙҙекеләрҙең дә, дошмандың да снаряд тауыштары ишетелеп тора. Беҙҙекеләр атҡанда эттәр шымып ҡала, ә дошман ата башлаһа, шундай көслө итеп өрәләр. Бына шулай, унда хатта эттәр ҙә Рәсәйгә хеҙмәт итә, – ти Айгөл уйынлы-ысынлы итеп.

Алдараҡ әйткәнебеҙсә, Айгөл Сөнәғәт ҡыҙы менән бергә барған команданың адреслы гуманитар ярҙам таратыуҙан тыш, тағы бер изге ниәте була: улар яугирҙәрҙе тәмле өй аштары менән һыйларға теләй. Һөҙөмтәлә үҙҙәре алып килгән 50 килограмм ондан бөйөрөктәр һәм бишбармаҡ бешерергә ҡарар итәләр. Беренсе көндә үк өс биҙрә бөйөрөк бешерәләр. Артабан күп итеп ҡоймаҡ ҡоялар. Посылка һәм ярҙам алырға килгән яугирҙәр тәмле ризыҡтар менән һыйлана.

– Иң иҫтә ҡалғаны ваҡытлыса дислокация пунктына барыу булды. Яугирҙәр алғы һыҙыҡта булғандан һуң шунда ҡайтып хәл ала. Унда бөтөнләй икенсе донъя. Бөтә мөнәсәбәттәр ирҙәрсә ҡәтғи, тормош-көнкүреш хәрби ҡанундарға ярашлы дауам итә. Блиндаждар бик уйлап эшләнелгән, бында Еңеү урамы, Шурик проспекты һәм башҡалар бар. Беҙ, ялан кухняһында урынлашып, 400 яугирҙе ашаттыҡ. Һалдаттарҙың эскерһеҙ мөнәсәбәте, “Рәхмәт, һеңлекәш!” тигән ихлас рәхмәт һүҙҙәре күңелде күтәрҙе. Әле булһа февраль айындағы ошо сәфәр тәьҫораттары менән йәшәйем, – ти оло йөрәкле, изге күңелле Сибай ҡыҙы Айгөл.

* * *

Минең күңел ҡалды Донбасста,

Уйҙарым да һаман тик шунда.

Һыйлар инем бөтә яугирҙәрҙе

Үҙем ҡорған һыйлы табында.

 

Ул егеттәр шундай ипле, ихлас,

Рәхмәт хисе менән бағалар.

Ашығалар тағы алғы һыҙыҡҡа,

Олоғайған йәп-йәш балалар...

 

Донбасс халҡын үҙем барып күрҙем,

Ул күҙҙәрҙә асыу, кенә юҡ.

Ҡунаҡ иттек ихлас күңелдән, тик әлегә

“Ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы” тиеп,

Табын ҡорор ғына сара юҡ.

 

Күңел тыныслығын юғалттым,

Хәтирәләр һаман йөрәк өтә.

Беҙ йәшәйбеҙ бында ғәмһеҙ генә,

Ә егеттәр заданиеға китә...

Айгөл СӘЛИХОВАның шиғыры, Гөлдәр Яҡшығолова тәржемәһе.

Фотолар А. Сәлихованың шәхси альбомынан. 

Айгөл Сәлихова: "Йөрәгем Донбасста ҡалды...”
Айгөл Сәлихова: "Йөрәгем Донбасста ҡалды...”
Айгөл Сәлихова: "Йөрәгем Донбасста ҡалды...”
Айгөл Сәлихова: "Йөрәгем Донбасста ҡалды...”
Айгөл Сәлихова: "Йөрәгем Донбасста ҡалды...”
Айгөл Сәлихова: "Йөрәгем Донбасста ҡалды...”
Айгөл Сәлихова: "Йөрәгем Донбасста ҡалды...”
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас