

Яңыраҡ Бөрйән районынан сираттағы гуманитар ярҙамды Донецк Халыҡ Республикаһында хеҙмәт иткән яҡташтарына ла алып барҙылар.
Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин, эштәр һәм кадрҙар идарасыһы вазифаһын башҡарыусы Айнур Ҡотошов, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Фәнил Кинйәғолов, район ветерандар советы рәйесе Олег Ғәлиев, водителдәр Рәмил Минһажев, Рөстәм Яхин, Ғәзиз Хисаметдинов был гуманитар йөктө махсус хәрби операцияға оҙатып барҙы.
“Гуманитар йөктө формалаштырыуҙа һәм оҙатыуҙа ҡатнашҡандарға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Яугирҙәребеҙгә тиҙерәк Еңеү һәм иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ”, – тип белдерҙе район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин.
Фото: vk.com/burzyanadm.