

Ике районда инвалидтарҙың торлағын тикшерҙеләр
Ветерандарҙың торлаҡ биналарын тикшереү һәм яраҡлаштырыу буйынса эш әүҙем алып барыла.
Көн элгәре “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалының Башҡортостан Республикаһындағы социаль координаторҙары муниципаль комиссия менән берлектә Дәүләкән һәм Бүздәк райондарында махсус хәрби операция инвалидтарының торлаҡтарын тикшерҙе. Яҡын арала уларҙың барыһына ла уңайлы көнкүреш өсөн аҡса биреләсәк.
“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды инвалидтың нозологияһына ҡарап, имгәнгән ветерандарҙың көнкүрешен уңайлаштырыу өсөн махсус адаптация саралары бирә.
Бының өсөн һеҙҙең социаль координаторығыҙға йәки туранан-тура “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Адресы: Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107.
Фото: https://t.me/zahitnikiotechictvarb/5615.
Рәмилә Мусина.