Барыһы ла Еңеү өсөн
22 Апреля 2025, 15:40

Ҡаһарманлыҡ өлгөһө дыуандар!

Ошо арала Дыуан районы башлығының махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылау алып барыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Фаил Рафаэль улы  Мөхәмәҙиев, юлдаштары менән, яугирҙәргә туғандарынан посылкалар, аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ әйберҙәр һәм хаттар тапшырған.

Ҡаһарманлыҡ өлгөһө дыуандар!Ҡаһарманлыҡ өлгөһө дыуандар!
Ҡаһарманлыҡ өлгөһө дыуандар!

Ошо арала Дыуан районы башлығының махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылау алып барыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Фаил Рафаэль улы  Мөхәмәҙиев, юлдаштары менән, яугирҙәргә туғандарынан посылкалар, аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ әйберҙәр һәм хаттар тапшырған.

- 5000 саҡрымдан ашыу юл, йөҙәрләгән яугиребеҙ менән осрашыу, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеү... Әммә, иң мөһиме, рух көсөн, берҙәмлекте һәм Еңеүгә ышанысты тойоу. Мин егеттәрҙең күҙҙәрендә көс, ышаныс һәм сыҙамлыҡ күрҙем, - тип уртаҡлашты Фаил Рафаэль улы.

Уның һүҙҙәренсә, уҡыусыларҙың яҙған хаттарына егеттәр айырыуса ҡыуанған: “Уҡыйһың, һәм бер мәлгә өйгә ҡайтҡандай булаһың, шул уҡ ваҡытта һине көткәндәрен тояһың. Саф йөрәктән яҙылған был ябай юлдар көс бирә, кәйефте күтәрә, беҙҙең ни өсөн алғы һыҙыҡта тороуыбыҙҙың мөһимлеген билдәләй”, - ти улар.

Рәсәй Федерацияһының йөкләмәһе буйынса махсус хәрби операция биләмәһенә һуңғы эш сәфәре барышында район хакимиәте башлығы Дыуан районының 10 ҡаһарман һалдатына Генерал Миңлеғәле Шайморатов миҙалын тапшырған.

- Был наградалар - уларҙың батырлыҡтары, сыҙамлыҡтары һәм үҙ-үҙҙәрен аямай лайыҡлы хеҙмәт итеүҙәре билдәһе. Был егеттәрҙең һәр береһе ысын ҡаһарманлыҡ, Ватанға тоғролоҡ күрһәтте һәм тыуған ерен, беҙҙең киләсәкте һаҡлап, хеҙмәтен намыҫ менән башҡара, - тип ғорурланып һөйләне яҡташтары тураһында Фаил Рафаэль улы. - Райондаштарҙың барыһына ла мөрәжәғәт итәм - беҙ һеҙҙең менән бер ғаилә булып, яугирҙәребеҙгә, яҡындарыбыҙға ярҙам итергә тейешбеҙ. Алла бирһә, егеттәребеҙ иҫән-һау, еңеү менән тиҙерәк ҡайтһын! Мин ышанам, был көн мотлаҡ буласаҡ!

Фотолар: Дыуан районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас